Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Сентябрь 2018, 02:00

Булдырасаҡбыҙ!

15 сентябрь - Бөтә донъя Таҙалыҡ көнө

15 сентябрь - Бөтә донъя Таҙалыҡ көнө

Башҡортостанда ҙур сара – “Эшләйбеҙ!” акцияһы иғлан ителде.

15 сентябрҙә иртәнге сәғәт 10-да башланасаҡ был халыҡсан проектҡа теләге булған һәр кем ҡушыла ала. Проекттың төп маҡсаты – тәбиғәтте таҙартыуға әҙер көслө команда туплау. Республиканың һәр ҡалаһында, һәр ауылында үтергә тейеш был акция. Ә бының өсөн арабыҙҙа аңлы, әүҙем кешеләрҙең күберәк булыуы мөһим. Республиканың Тәбиғәт менән файҙаланыу һәм экология министрлығы ниәте менән башланған эшкә был көндө тағы 150 ил халҡы ҡушыласаҡ!


Ойоштороусылар акцияла ҡатнашырға теләүселәрҙе https://sdelaem2018.ru/ сайтында һәм https://www.instagram.com/sdelaem2018/ адресы буйынса теркәлеүҙәрен һорай – бөтә яңылыҡтарҙы белеп, был көн бергәләп атҡарып сыҡҡан эштәр менән уртаҡлашып тороп буласаҡ. Акция көнөндә социаль селтәрҙәрҙә “Ошолай ине /Хәҙер нисек” - “Было/Стало” #ЙәшелБашҡортостанЭшләйбеҙ2018
хэштегы менән постар яҙыу ҙа хуплана. Ҡыҫҡаһы, тыуған ер таҙалығына үҙ өлөшөңдө индергәнһең икән, күрһәтә лә бел! Бирсәткәләр, сүп-сәр тоҡтарын хәстәрләй торайыҡ, ишембайҙар!



Фото: интернет селтәренән.


Читайте нас: