Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Сентябрь 2018, 02:00

Ауыл ҡаланан кәмме ни?!

Әхмәрҙә һәм Ишәйҙә ял парктары асылды.

Әхмәрҙә һәм Ишәйҙә ял парктары асылды.

Буш ваҡытыңды файҙалы итеп уҙғарыу мөмкинлеге хәҙер ауылдарҙа ла ҡаланыҡынан һис тә ҡалышмай. Сағыу итеп биҙәлгән балалар майҙансыҡтары, заманса спорт ҡоролмалары ауыл халҡы өсөн ғәҙәти күренешкә әйләнеп бара.

ӘХМӘР мәҙәниәт йорто эргәһе хәҙер ауылға йәм биреп, халыҡты үҙенә саҡырып торған урынға әүерелгән. Әйтеүе генә еңел, эште башҡарып сығыу өсөн аҙ көс китмәгән.


- Тәүҙә ерҙе тигеҙләп таш һалынды, аҙаҡ йәйәүлеләр йөрөһөн өсөн юлдар булдырып, асфальт йәйелде. Эскәмйәләр урынлаштырыу, шыршы ағастары ултыртыу, сәскә түтәлдәре эшләү ҙә паркты тулыландырып ебәрҙе. Клубты тышҡы яҡтан буяп бина яңыртылды. Был эштәрҙе башҡарыуҙа ауыл халҡы ла ҙур ярҙам күрһәтте, - тип ауылдаштарына рәхмәт белдерҙе Ишәй ауыл хакимиәте башлығы Гөлнара Кәримова.


Ауылды матурлау, йәмләү иң элек ошонда йәшәүселәр өсөн кәрәк. Быны әхмәрҙәр яҡшы аңлай һәм паркты эшләгәндә лә ҡулдан килгәнсә булыша.

- Күмәкләшеп сығып ҡойма буяныҡ, сәскә ултырттыҡ. Беҙҙең эшләп йөрөгәнде күреп, ололар рәхмәт әйтеп китте, быға ла күңел һөйөндө. Ысынлап та, парк асылыу менән ауылға йән ингән һымаҡ булды, - тип һөйләне Люциә Әминева менән Рәмилә Рәжәпова. – Ололар өсөн дә, балалар өсөн дә бик һөйөнөслө ваҡиға был. Ҡалалағы һымаҡ ғаилә менән килеп ял итергә лә мөмкин. Ауылыбыҙ үҙгәрә, матурлана ғына бара, - тип һүҙгә ҡушылды Эльвира Шаһиева.

Ауыл хакимиәте башлығы байрамға йыйылыусыларҙы ҡыуаныслы ваҡиға менән тәбрикләп, парктың халыҡ яратҡан урынға әүерелеренә ышаныс белдерҙе һәм булдырылған матурлыҡты һаҡларға өндәне, төҙөкләндереү эштәрендә әүҙем ҡатнашыу-сыларға рәхмәт хаттары тапшырҙы.


Байрам уңайынан матур концерт номерҙары ла урынлы булды. Һәүәҫкәр шағирә Рауилә Әминеваның ауыл тураһында шиғырҙары, Фаягөл Баһауетдинованың, мәктәп уҡыусыларының сығыштары сараны йәмләне, дәртлеләр бейеү көйҙәренә тыпырлатып бейеп тә алды.

ИШӘЙ мәҙәниәт йорто биләмәһендә лә шулай уҡ «Ҡала мөхите» программаһы буйынса ял паркы барлыҡҡа килде.


- Беҙҙең ауылда парк асылыуы бик шатлыҡлы. Уйын ҡорамалдарын ҡуйғанды балалар көтөп алды. Мәктәптә дәрестәр тамамланыу менән хәҙер ошонда йүгерәләр, - тип һөйләне әлеге байрамға ике ҡыҙы менән килеүсе Гөлсинә Тимербулатова.

Тантанала сығыш яһаусылар районыбыҙҙа һуңғы йылдарҙа ауылдар үҫешенә ҙур иғтибар йүнәлтелеүен билдәләне һәм был паркта ла ишәйҙәр, ҡайтҡан ҡунаҡтар рәхәтләнеп ял итер тигән ышаныс белдерҙеләр.

Көн матур булғанда тышта саралар уҙғарыу өсөн дә хәҙер уңайлы мөмкинлек асылды. Балалар ҙа күңелһеҙләнмәҫ, ололар ҙа эскәмйәләрҙә урын алып концерт ҡарар.




Фото: автор.


Читайте нас: