Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Сентябрь 2018, 02:00

Ауыл ҡотон һаҡлар сағыбыҙ

Беҙ, Урман-Бишҡаҙаҡ ауылы ағинәйҙәре, Фәниә Рәшитова етәкселегендә ниндәй генә кисәләр, саралар үткәрмәйбеҙ. Улар тураһында гәзит биттәрендә яҙылып тора.

«Киске Өфө» гәзитененең баш мөхәррире Гөлфиә Янбаева етәкселегендә республикала башланып киткән ағинәйҙәр хәрәкәтенә ҡушылыу беҙгә, оло йәштәге ҡатын-ҡыҙҙарға, яңы бер донъя асырға, үҙебеҙҙе коллектив итеп тойорға ярҙам итте.


Йәшерен-батырын түгел, күптәребеҙ оҙаҡ йылдар хеҙмәт коллективтарында тир түгеп, йәмғиәт эштәренең уртаһында ҡайнап йәшәгән кешеләр, шуға, хаҡлы ялға сыҡҡас, күңелдә ниндәйҙер бушлыҡ барлыҡҡа килгәйне, донъя төҫһөҙләнеп ҡалғандай тойолғайны. Ә хәҙер беҙ үҙебеҙ ауыл тормошондағы бушлыҡты тултырырға ярҙам итәбеҙ.

Беҙ, Урман-Бишҡаҙаҡ ауылы ағинәйҙәре, Фәниә Рәшитова етәкселегендә ниндәй генә кисәләр, саралар үткәрмәйбеҙ. Улар тураһында гәзит биттәрендә яҙылып тора. Башҡа ауылдарҙағы ағинәйҙәр ойошмаларының эше лә беҙҙе бик ҡыҙыҡһындыра. Шуға күрә Маҡар, Смаҡай, Стәрлетамаҡ районы Күсәрбай ауылындағы әхирәттәребеҙ менән аралашыу, самауыр эргәһендә тәжрибә уртаҡлашыу үҙенә күрә матур йолаға әүерелеп китте.

Беҙҙең ойошма ағзалары республика кимәлендәге байтаҡ сараларҙа ҡатнашты. Баш ҡалала үткәрелгән милли кейемдәр парадына ике йыл рәттән барҙыҡ, республика радиоһы, телевидениеһында сығыш яһаныҡ.


Үткән аҙнала йәнә бер матур сараның уртаһында ҡайнау бәхете тейҙе. Мәләүез ҡалаһында үткәрелгән республика ағинәйҙәре ҡоронда ҡатнаштыҡ.


Урман-Бишҡаҙаҡ ауыл хакимиәте башлығы Әмир Төхвәт улы хәстәрләгән автомобилдә әхирәттәрем Мәрйәм Дауытова, Фәйрүзә Арыҫланғәлина, Фәниә Рәшитова менән оло кинәнес менән сәфәр йөрөп ҡайттыҡ. Мәләүездәр бай программа әҙерләгәйне. Ҡунаҡтар өсөн ҡуйылған махсус тирмәләрҙә район ҡатын-ҡыҙҙарының ҡул эштәре менән танышып, аш-һыу оҫталығын баһалап, йыр-бейеүҙәренә тамаша ҡылып оло кинәнес алдыҡ. Уларҙан өйрәнерлек, өлгө алырлыҡ нәмәләр күп икән әле. Федоровка, Көйөргәҙе, Йылайыр, Ейәнсура, Күгәрсен райондары, Стәрлетамаҡ, Салауат ҡалалары ағинәйҙәре

менән дә үҙ-ара аралашып, уртаҡ эштәр, алға ҡуйылған маҡсаттар тураһында һөйләштек. Сарала бик фәһемле сығыштар булды.


Яҡташыбыҙ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы Ғүмәр ауылы ҡыҙы Рәйсә Күзбәкова, йәш быуынды тәрбиәләүҙә үҙ телебеҙгә һөйөү, матур йолаларыбыҙҙы онотмай, быуындан-быуынға тапшырыу, милли рухыбыҙҙы нығытыу, илһөйәрлек тойғоларын үҫтереү өҫтөндә ғаиләнең бер туҡтауһыҙ эшләргә тейешлеген билдәләп, беҙҙе, ағинәйҙәрҙе, ошо йүнәлештә әүҙем эш алып барырға саҡырҙы.


Рәйсә ханымдың тормош иптәше күренекле ғалим һәм шағир Фәнил Күзбәков үҙ сығышын ғәжәп рухлы шиғырҙары менән биҙәп, бигерәк тә халыҡ ижадын, йолаларыбыҙҙы тергеҙеү, ғаилә йолаларын булдырыу кәрәклелегенә иғтибар итте.

Билдәле журналист Сибәғәт Рахманғолов, ҡор етәксеһе Гөлфиә Янбаеваның сығыштары иһә беҙҙе тағы ла дәртләнеберәк, ең һыҙғанып эшләргә әйҙәне.

Яҡташтарыбыҙҙың, ауылдаштарыбыҙҙың рухын ҡанатландырырға, уларға ҡулыбыҙҙан килгәнсә ярҙам итергә ниәтләнеп ҡайттыҡ беҙ күрше ҡаланан.


Бөтә республика ағинәйҙәренә осрашыу мөмкинлеге биргәне өсөн Мәләүез районы хакимиәте етәкселегенә оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.
Читайте нас: