Яңы бина майҙанының элеккеһенән ҙур булыуы балалар, ата-әсәләр өсөн өҫтәмә уңайлы шарттар тыуҙырырға мөмкинселек бирә. Беренсе ҡат тулыһынса һаулыҡ мөмкинлеге сикле балалар өсөн йыһазландырылған, был йүнәлештә эш әле лә дауам итә. Шулай уҡ унда әсәйҙәр советы өсөн дә бүлмә барлыҡҡа килгән. Монтессори кабинеты, физкультура бүлмәһе, тренингы залы, төркөм менән эшләү өсөн урын һәм башҡа өҫтәмә уңайлыҡтар асылған.