Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Сентябрь 2018, 02:00

ЛӘЙСӘН + РИНАТ = «ҒАИЛӘ»

Ҡояшлы күңеле менән бар донъяны балҡытып, башҡаларҙы ла янып йәшәргә әйҙәгән кешеләр арабыҙҙа байтаҡ. Ҡалабыҙҙың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары араһында заман менән бергә атлаған Ләйсән ӘХМӘТЙӘНОВАНЫ һәр кем белә.

Ҡояшлы күңеле менән бар донъяны балҡытып, башҡаларҙы ла янып йәшәргә әйҙәгән кешеләр арабыҙҙа байтаҡ. Ҡалабыҙҙың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары араһында заман менән бергә атлаған Ләйсән ӘХМӘТЙӘНОВАНЫ һәр кем белә.

Камилыҡҡа ынтылған, ҡаҡшамаҫ рух ныҡлығына, тәүәкәллеккә эйә Ләйсән Дамир ҡыҙының үҙ тауышы, донъяға үҙ ҡарашы, үҙ фекере бар. Өс бала әсәһе - бөгөн Башҡорт дәүләт университетының физика-математика бүлеге (!) магистранты. Улай ғына ла түгел, 18 йыл мәктәптә эшләгәндән һуң, эшҡыуарлыҡҡа күсеп, был өлкәлә ярайһы уҡ уңышҡа өлгәшкән. Хәҙер инде Ләйсән Дамир ҡыҙы - ҡаланың Көньяҡ биҫтәһендә урынлашҡан “Ғаилә” магазины хужабикәһе.


- Яҡшыраҡ, мулыраҡ тормошта йәшәү теләге этәрҙе мине был аҙымға, - ти йәш эшҡыуар. - Күптән үҙемде бизнеста һынап ҡарарға ниәтләй торғас, тәүәккәлләнем. 2010 йылда ирем менән интернет-магазин астыҡ. Стәрлетамаҡ, Мәләүез, Белорет ҡалаларына, Иҫәнғолға, Красноусолға тауар ташыныҡ. Тауарҙы интернет аша яҙҙырып алыу осһоҙға ла төшә, халыҡ һорағандарын да тиҙ табып була. Ғаиләбеҙ менән кәңәшләштек тә, ошо магазинды ла асырға булдыҡ. Бизнес өлкәһендә эшләү бик мауыҡтырғыс. Тейешле документтар юллап, тәғәйен урындырәсмиләштереү менән һатыу итеүгә тотондоҡ. Магазинды бер тауыштан «Ғаилә» тип атарға булдыҡ. Халыҡ ихтыяжынан сығып, ғаилә өсөн кәрәк булған тауар килтерәбеҙ. Әйберҙәрҙе һайлағанда, башлыса Рәсәйҙә етештерелгәндәренә өҫтөнлөк бирәбеҙ. Сифатлы, шул уҡ ваҡытта кеҫәгә һуҡмаҫлыҡтарын һайлайбыҙ.


Магазинда түшәк кәрәк- яраҡтары, көнкүреш техникаһынан башлап көндәлек тауарҙарға тиклем киң ассортиментта тәҡдим ителгән: икмәк бешереү өсөн электродуховка, электрошкаф, һыу таҙартыусы фильтрҙар, һыу йылытҡыс приборҙар. Шулай уҡ сәйнүк, табаҡ-кәстрүлдәр, силикон таҡталар, блендер, термос, ит үткәргес, микроволновкаларҙың йәнеңә теләгәнен һайлап алырға була. Ауылда ҡош-ҡорт, мал-тыуар аҫыраусы ғаиләләргә иген, үлән ваҡлаусы комбайндар, һөт айырта торған сепараторҙарҙы әллә ҡайҙан эҙләйһе түгел. Байрам, тыуған көндәр уңайынан бүләк кәрәк булһа ла, «Ғаилә» магазины ярҙамға килә. Балалар өсөн юғары сифатлы кейем-һалым бүлеге – үҙе бер донъя.


Бында баҡсасылар өсөн дә тауарҙар етерлек. Силәбе ҡалаһындағы «Рәсәй баҡсалары» («Сады России») питомнигынан килтерелгән үҫентеләрҙе, төрлө емеш-еләк орлоҡтарын халыҡ теләп һатып ала.


«Ғаилә» магазины бай ассортименты менән үҙенә йәлеп итә. Бында һәр кем үҙ күңеленә һәм кеҫәһенә ҡарап әйбер һатып алыу мөмкинлегенә эйә. Хаҡтары ла «тешләшмәй», арзан булыуы менән айырылып тора. Урындағы халыҡ шәхси эшҡыуарҙарҙың хеҙмәтенән ҡәнәғәт. Шулай булмай ни, күңел һалып эшләгән эш үҙеңә лә, кешегә лә шатлыҡ килтерә бит ул.


Ҡалабыҙҙың Көнъяҡ биҫтәһендә Йәштәр урамы, 8 адресы буйынса урынлашҡан магазин һатып алыусыларын көтә!





Фото: автор.




Реклама.


Читайте нас: