Был һайлау участкаһына 519 һайлаусы ҡараһа, улар араһында яңы ғына 18 йәше тулған биш ҡыҙ һәм егет быйыл тәүге тапҡыр үҙҙәренең тауышын бирәсәк. Оло йәштәге, йөрөүе ауыр булған 26 кешегә өйҙәрендә һайлау мөмкинлеге ҡаралған. Ауылдың иң өлкән һайлаусыһы 97 йәшлек Минеямал Зарипова ла үҙ тауышын өйөндә бирәсәк.