Иң оло йәштәге һайлаусы Аҫылбикә Иҫәнғоловаға 93 йәш, ул өйөндә һайлау мөмкинлегенә эйә, ә бына инәйҙең тормош иптәше 90 йәшлек Минегәрәй Иҫәнғоловты һайлау участкаһында тап иттек. “Һәр ваҡыт үҙем килеп тауышымды бирәм, ҡатыным ғына килә алмай”, - тип һөйләп торҙо ул.