Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Сентябрь 2018, 02:00

Ишембайҙар үҙ кандидаты өсөн тауыш бирә

Ҡалалағы Ишембай нефть колледжында урынлашҡан 2136-сы һайлау учаскаһында төрлө йәштәгеләрҙе - ололарҙы ла, йәштәрҙе лә осратырға мөмкин ине. Мәҫәлән, Роман Петров үҙенең үҫмер йәшендәге улы Александр менән килгәйне.

“Һайлауға гел барам, унда ҡатнашырға кәрәк”, -тине ул. Был һайлау участкаһында һайлаусыларҙың дөйөм һаны 810 кеше булһа, 10 сәғәткә уларҙың 8 проценты үҙ тауышын биргәйне. 18 йәше тулып тәүгегә һайлауға килеүселәр өсөн дә бүләктең матуры – ҡаланың спорт объекттарына саҡырыу ҡағыҙы әҙерләнгәйне.
Фото: автор.
Читайте нас: