Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Сентябрь 2018, 02:00

Ҡарайғандар һайлау участкаһына ағыла

Ауыл кешеһе тынғыһыҙ, эшләйһе эшен аҙаҡҡа ҡалдырырға яратмай. Ҡарайған ауылында урынлашҡан 2154-се һайлау участкаһына ла һайлаусылар иртүк ағыла башлай.

Ауыл кешеһе тынғыһыҙ, эшләйһе эшен аҙаҡҡа ҡалдырырға яратмай. Ҡарайған ауылында урынлашҡан 2154-се һайлау участкаһына ла һайлаусылар иртүк ағыла башлай. Һигеҙ тулғансы уҡ килеп участка асылғанын көтөп тороусылар ҙа була.


85 йәшлек Әхтәм Хәбиров, 84 йәшлек Зәкиә Зөлҡәрнәева, шулай уҡ хаҡлы ялдағы Рәхмәтулла Жданов был юлы ла тәүгеләрҙән булып килеп гражданлыҡ бурысын үтәй. 71 йәшлек Фәнир Сәйфетдинов та был сараны ҡалдырмаҫҡа тырышыуы тураһында әйтте.




Фото: автор.
Читайте нас: