Ҡанаҡай ауылындағы 2157-се һайлау участкаһында ла байрам кәйефе иртә менән һиҙелде. Бында дөйөм һайлаусылар һаны 576 кеше булһа, сәғәт 9-ға 70-тән ашыу кешенең килеп үҙ тауышын биреүе тураһында әйтте участка һайлау комиссияһы рәйесе Инсаф Фәхретдинов. Әлбиттә, күпселекте ололар тәшкил итә. Улар араһында Рабиға Заһиҙуллина ла бар ине. 40 йылға яҡын колхозда һауынсы булып эшләгән инәй һайлауҙарҙан бер ҙә ситтә ҡалмай. Был юлы ла иртүк килеп тауышын да бирҙе, концерт ҡарап та ҡайтты.