Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Сентябрь 2018, 02:00

ШИҒЫРҘАРЫ ЙЫРЛАП ТОРА

7 сентябрҙә билдәле шағир, яҡташыбыҙ Яҡуп ҠОЛМОЙҘОҢ тыуыуына 100 йыл тула.

7 сентябрҙә билдәле шағир, яҡташыбыҙ Яҡуп ҠОЛМОЙҘОҢ тыуыуына 100 йыл тула. Шағирҙың тәүге әҫәрҙәре баҫмала 1936 йылдарҙа уҡ донья күрә. Бар ғүмерендә уның 20-нән ашыу шиғыр һәм поэма йыйынтығы баҫылып сыға. Композиторҙарыбыҙ Яҡуп Ҡолмай һүҙҙәренә көйҙәр яҙа. Киң таралған йырҙарының һаны йөҙ илленән артып китә. Яҡуп Ҡолмойҙоң шиғриәтендә тыуған яҡ хаҡындағы әҫәрҙәр үҙәк урында тора. Ул гүзәл Һәләүеген, ҡаршы алып һәм оҙатып ҡалыусы Торатауын һағынып ҡайта, тыуған яҡ матурлығын, уның эшсән халҡын маҡтай. Әйткәндәй “Китап” нәшриәтендә Яҡуп Ҡолмойҙоң тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы яңы китап – «Һайланма әҫәрҙәр» донъя күрҙе. Унда әҙиптең шиғырҙары, сонеттары, поэмалары тупланған. Гәзит уҡыусыларға шағирҙың бер шәлкем шиғырҙарын тәҡдим итәбеҙ.


Тыуған яҡҡа

Аҡ мамыҡтай зәңгәр күктә уйнап

Болот аға ауылым яғына.

Шул аҡ болот һымаҡ тыуған яҡҡа

Ҡайтҡым килә минең тағы ла.

Яҙ еттеме, үҙ ояһын эҙләп,

Ҡоштар ҡайта күпме ер урап.

Гармун моңом ҡалған тыуған яҡҡа

Ҡайтҡым килә, һайрар ҡош һымаҡ.

Һөйгән йәрем һаман йөрөй һымаҡ

Күбәләкле зәңгәр болонда.

Йәшлек эҙем ҡалған тыуған яғым,

Тик һин генә минең уйымда.


Торатауым

Ҡайтһам, Торатауым ҡаршы ала

Китһәм, ҡарап ҡала алыҫтан.

Күңелемә серле уйҙар һала,

Һорау бирәм уға һағыштан.

Әйтсе, күпте күргән Торатауым,

Ни теләйһең йырсы улыңа.

Бүләк итеп нимә бирәһең һин

Ел-дауылды үтер юлыма.

Торатауым, миңә йылмайғандай,

Битен йыуҙы ҡояш нурында.

Күҙҙе сағылдырған таштарымдай

Балҡып йәшә, - ти ул, - йырыңда.

Көньяҡ битем бәрхәт үлән генә,

Алмас таштар төньяҡ битемдә.

Сәскә һәм таш бүләк итәм һиңә,

Унда көсөм, унда төҫөм дә.

Ташты алдым, ә ул ҡылысымдай,

Ялтлап китте. Күңел талпынды.

Сәскә өҙҙөм. Ә ул зифа ҡыҙҙай,

Саф мөхәббәт утын ҡабыҙҙы.

Торатауым оҙаҡ ҡарап торҙо.

Көмөш таҫма һуҙҙы ҡояшым.

Ҡайһы ергә сәфәр сыҡһам да мин

Сәскә һәм таш минең юлдашым.


Һәләүек ярында

Бөҙрә талдар үҫкән ярҙы үбеп,

Һәләүегем аға тирбәлеп.

Ҡайнар хискә сумған ғашиҡ кеүек,

Ҡарап торам уға тилмереп.

Терегөмөшмө ни Һәләүегем,

Ялтлап ята төнгө тынлыҡта.

Хатта ай ҙа зәңгәр күктән төшкән

Битендәге табын йыуырға.

Усҡа алһам, Һәләүегем һыуын,

Айҙың үҙен күрәм усымда.

Әллә айҙы тотоп ҡыуандым мин,

Әллә тулҡындарға уралдым мин,

Тәүге йырым тыуҙы ошонда.


Тонбойоҡ бүләк итмә

Моңһоу күлдең һылыу тонбойоғон

Ҡулдарыңа тотоп, һин көтмә,

Йөрәгемә һүнмәҫ ут ҡабыҙып,

Йөрәгемә һүнмәҫ ут ҡабыҙып,

Тонбойоҡ бүләк итмә.

Тонбойоҡ, тонбойоҡ,

Ниңә шулай һин бойоҡ?

Әллә ниңә, әллә ниңә

Күңелемдә тынғы юҡ.

Тонбойоҡ та сәскәләрен йомоп,

Бойоҡмаһын ине тын кистә.

Тонбойоҡтай бойоғаһым килмәй,

Тонбойоҡтай бойоғаһым килмәй,

Тонбойоҡ бүләк итмә.

Былбылым

Яҙ килә лә китә,

Йөрәк көтә, көтә,

Йәшлек үтә, үтә яҙ һымаҡ.

Һин былбылым минең,

Йырланмаған йырым,

Балҡып кил һин атҡан таң һымаҡ.

Йәшәйем мин ерҙә, һинең менән бергә,

Һин генә бит минең күҙ нурым.

Әле һуң һин ҡайҙа,

Былбыл булып һайра,

Күңелемде йыуат былбылым.

Яҙын ҡоштар ҡайта,

Гөлдәр сәскә ата,

Һин балҡыйһың, бәхет йондоҙом.

Һине генә көтәм,

Килерһең бит иркәм,

Бик һағындым һине, былбылым.


Күңелем ҡылдары

Аҡ яулыҡтай аҡ тулҡынын һирпеп,

Тау шишмәһе аға урғылып.

Сихри моңо тәрән хискә күмеп,

Күңел ҡылын сиртә йыр булып.

Уралымды, наҙлап һөйгән һымаҡ,

Ҡаплап алған ҡуйы урманым.

Шул урмандың серле шауын тыңлап,

Тирбәлделәр күңел ҡылдарым.

Ҡайҙа барһам, шунда тыңлайым мин

Үҙ халҡымдың күңел моңдарын.

Шул моң һөйләй халҡым ҡыуанысын,

Сиртә-сиртә күңел ҡылдарын.

Халҡым моңо – йөрәк түрендә,

Уға үлем килмәҫ ғүмергә.



Йырҙарым

Бала сағым етемлектә үтте,

Әсә иркәләүен тойманым.

Ғәзиз әсәм кеүек, тик һеҙ генә

Йыуаттығыҙ, мине йырҙарым.

Ҡай берәүҙәр минән әсе көлдө

Ситләштеләр яҡын дуҫтарым.

Тик һеҙ мине ташлап китмәнегеҙ,

Көлмәнегеҙ минән йырҙарым.

Үткер ҡылысымдай дәһшәт булып,

Һеҙ тыуҙығыҙ ялҡын аҫтында.

Һеҙ барҙығыҙ, толпар атым кеүек,

Эскадрондың алғы сафында.

Күңелемдә ҡояш йылмайыуы,

Һәм шиғриәт тулы бокалым.

Ә ул һис ҡоромаҫ, һаман урғыр,

Илһам биреп торғас, Ватаным.



Фото: Гөлназ Ғиниәтуллина.


Читайте нас: