Кисә иртән Ишембайҙағы Иҫәкәй ауылы халҡы ике бүренең һарыҡтарға һөжүм итеүенә шаһит булған. Йыртҡыстар Селтербей тауы итәгендә йөрөгән һарыҡ көтөүенән ике баш малды йыға. Хужалар һарыҡтарҙың береһен салып өлгөрһә, икенсеһен бүреләр урманға алып кереп китә.