БР Хөкүмәте, республиканың Ауыл хужалығы министрлығы башланғысы менән ойошторолған фестиваль етенсе йыл рәттән үтә. Ишембай сәй етештереүселәренең ҙур сараға саҡырылыуы ла осраҡлы түгел. Фестиваль майҙанында Туризм буйынса федераль агентлыҡ ойошторған “Рәсәйҙең гастрономия картаһы” федераль проекты эшләне. Милли йолаларыбыҙға хас булған уникаль ризыҡтар тәҡдим итеү мөмкинлеген ишембайҙар ҡулдан ысҡындырманы.