Ветеринария фельдшеры, йылдың ҡайһы миҙгеле булыуға ҡарамаҫтан, ихаталар буйлап йөрөй. Һәр мал теркәлгән, прививка эшләнгән, тикшерелгән булырға тейеш. Сәлимә Мөхәмәт ҡыҙы мал эйәләре менән уртаҡ тел таба, халыҡ уның үҙ һөнәренә, кешеләргә, малдарға ҡарашын яҡшы белә. Үҙенең бай һөнәри оҫталығы менән уртаҡлашырға әҙер торған остаз да ул, һәр кемгә ярҙам итә, тыңлай белә, файҙалы кәңәштәрен бирә. Халыҡҡа иғтибарлы булыуы, иплелеге, белеме менән Сәлимә Мөхәмәт ҡыҙы Усманова коллективтың, ауылдаштарының ихтирамын яуланы. Һөнәри байрамыбыҙ уңайынан уға артабан да яуаплы эшендә уңыштар теләйбеҙ.