Шул маҡсатты тормошҡа ашырырға ниәтләп, Мәхмүт ишандың вариҫтары - Мәхмүтовтар, Үмәрбаевтар, Баһауетдиновтар, ауылдашыбыҙ Нәбиуллин Хәмит ошо эшкә тотондо. Әүлиәнең ҡәберенә ер килтерелде, таштарын яңынан цементлы иҙмә менән һалдылар. Ошо эштәр барышын күрергә Өфөнән Мәхмүт ишандың бишенсе быуын ейәнсәре, башҡорт Вангаһы – Мәликә апай ҙа килде. Был изге эште башҡарғанда ишаныбыҙ рухына Этҡол ауылы имам хатибы Шәрәфетдин мулла һәм Мәликә апай аят уҡынылар. Шуны ла әйтеп китергә кәрәк, ҡәберҙе тергеҙеү эшендә ҡатнашҡандар ҙа мөғжизәгә юлыға. Бик ҙур, ауыр ташты урынынанда ҡуҙғата алмай торған саҡта, ул бер нисә өлөшкә таралып китә. Был әүлиәбеҙ үҙе фатиха бирә, эшебеҙҙең изге икәнлеген иҫбатлай, тинеләр.