Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Август 2018, 02:00

Эскелек – замана фажиғәһе

Һәр иртә эшкә барғанда ҡала буйлап йәйәүләп йөрөргә тырышам. Юлда кемдәр генә осорамай: төнө буйы йоҡламай, күҙ ҡабаҡтары шешенеп, сәсе-башы туҙып, айнып та етмәгән йәш ҡатындарҙы, ирҙәрҙе осратыу үтә лә аяныслы. Күптән түгел саҡ атлап барған йәш кенә иҫерек ҡатында үҙемдең уҡыусымды танығас, тертләп киттем.


Мәктәпте тик яҡшы билдәләренә генә тамамлаған был ҡыҙ яратҡан һөнәре буйынса уҡыу йортон тамамланы. Бына тигән егәрле, типһә тимер өҙөрлөк егеткә кейәүгә сыҡты. Мөхәббәт емештәре булып ҡыҙҙары тыуҙы. Ҡасан упҡынға төшөргә өлгөргән һуң йәш әсә! Сабыйын ауыр яҙмышҡа дусар итеп, уны тәмле аҙыҡтан, таҙа кейемдән, татлы йоҡонан, рухи тәрбиәнән, иң мөһиме, әсәй наҙынан мәхрүм иткәнен аңлаймы икән ул?! Ә был бала, үҫкәс, әсәһенең яҙмышын ҡабатламаҫмы? «Атай эсһә - ярты йорт, әсәй эсһә - бөтөн йорт яна» тип халыҡ юҡҡа ғына әйтмәгән бит.


Был насар ғәҙәт менән мауыҡҡандарҙың тәне лә, йәне лә сирле була. Ул кешеләрҙең һаулығын ҡаҡшата, аңын тарҡата, ғүмерен ҡыҫҡарта, ғәрип балалар тыуыуға сәбәпсе була. Алкоголдең һәм наркотиктың ағыу булыуы тураһында күптән һөйләнелеп, был ҡурҡыныс сирҙәргә ҡаршы көрәш маҡсатында күп кенә саралар үткәрелеүгә ҡарамаҫтан, спиртлы эсемлек, наркотик матдәләр ҡулланыусылар һаны арабыҙҙа кәмемәй әле. Алкоголь менән артыҡ мауығыу арҡаһында барлыҡҡа килгән һәм көсәйгән хроник сирҙәр хаҡында әйтеп тораһы ла түгел, эскесе кешеләрҙән тыуған ауырыу балалар – үҙе бер оло тема. Булмаһа,һандарға күҙ һалайыҡ!


2018 йылдың ғинуарынан алып район буйынса алкоголизм менән сирләгән кешеләр һаны - 129, шуларҙың 61-е ҡатын-ҡыҙ булһа, ҡала буйынса 314 сирленең 254-е - ҡатын-ҡыҙ! Был, әлбиттә, тулы иҫәп түгел, ә наркология бүлегенә дауаланыр өсөн килеп йығылғандар ғына!


- Алкоголиктан кеше яһарға тырышыуға ҡарағанда айныҡтарҙы эскелек юлына баҫтырмау күпкә еңелерәк. Тик бының өсөн айыҡ йәшәү рәүешен пропагандалауҙы киң йәйелдерергә, етәкселәргә, ололарға айыҡлыҡ өлгөһө күрһәтергә, йәштәр араһында айыҡлыҡты модаға индерергә кәрәк, - ти үҙәк район дауаханаһының наркология бүлеге табибы Әмир СӘФИУЛЛИН. - Беренсенән, халыҡ эскелек проблемаһынан шул тиклем туйған һәм был бәләнән ҡотолоу юлдарын эҙләргә, ошо юҫыҡта нимәлер эшләргә әҙер. Был бик ҡыуандыра. Ни тиһәң дә, сиреңде аңлау һәм дауаланырға ҡарар итеү – сирҙән ҡотолоуҙың төп шарты. Икенсенән, эскелек проблемаһы, ысынлап та, бөгөн көнүҙәк һәм ул кисекмәҫтән хәл итеүҙе көтә. Был турала асыҡтан-асыҡ һөйләшергә, ниндәйҙер саралар күрергә ваҡыт етте.

Нисек кенә булмаһын, һәр кем ғүмере өсөн үҙе яуаплы. Ысынлап та, эскесе үҙ хәленән үҙе ялҡып, ысын күңелдән дауаланырға теләк һәм ынтылыш күрһәтмәйенсә, уға бер нисек тә ярҙам итеп булмай. Әммә шуны иҫтә тотайыҡ: Аллаһы Тәғәлә бер генә тапҡыр биргән ҡәҙерле ғүмерҙе сағыу, ҡыҙыҡлы, матур итеп үткәрергә, мул, бәрәкәтле, ҡотло тормош кисерергә, лайыҡлы йәшәргә һәм эшләргә һәр әҙәм балаһы хыялланалыр ул. Тик был ынтылыштар араһында араҡыға урын булмаһын ине.



Редакциянан. Хөрмәтле гәзит уҡыусылар! Һеҙ эскелекте ауыҙлыҡлау өсөн нимәләр эшләр инегеҙ? Эскелектән ҡотолоу юлын табып буламы? Ауылдарҙа был йәһәттән хәлдәр нисек тора? Ошо темаға һеҙҙән хаттар көтәбеҙ.





Фото: pixabay.com


Читайте нас: