Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Август 2018, 02:00

Сәскәләрҙән күҙҙәр ҡамаша

Ҡалабыҙ байрамға әҙерләнгәндә уны йәй дауамында күркәм итеүселәр хеҙмәтен баһалағы килә.

Ҡалабыҙ байрамға әҙерләнгәндә уны йәй дауамында күркәм итеүселәр хеҙмәтен баһалағы килә. Күңел матурлығын башҡаларға ла өләшеп, иртә яҙҙан үҙ тырышлығы менән тирә-яғын гөл-сәскәгә күмгәндәр рәтендә Ә. Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт гимназия-интернаты, шәхси эшҡыуар Айҙар Әмирхановтың Промысла урамындағы “Ит магазины” айырым урын алып тора. Был тыуған ҡалаңа һөйөү, яҡташтарыңа ихтирам билдәһе лә.

Бергәләп эшләгәс, бер ҡыйынлығы юҡ. Берәүебеҙ ултыртты, икенселәр бушаған арала утай, һыу һибә һала. Хужа кеше тупһаһынан билдәле, тиҙәр. Сауҙа нөктәһе етәксеһе, унда эшләүселәр хаҡында ла сәскәләр үҙебеҙҙән алда һөйләп тора, - ти “Ит магазины” идарасыһы Зөлфиә Әбхәлимова. Ҡала матурлығына, бөтөнлөгөнә фиҙаҡәр хеҙмәтенарнағандар менән килешмәй булмай.



Фото: автор.


Читайте нас: