Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Август 2018, 02:00

Мәжит Ғафури, ниһайәт, үҙ урынына ҡайта

Стахановсылар урамында күҙ алдында яңы заманса күренеш тыуа - әлеге көндә бында Тыныслыҡ урамынан Мичурин урамына тиклем тротуар плиткаһын һалыу бара.

Стахановсылар урамында күҙ алдында яңы заманса күренеш тыуа - әлеге көндә бында Тыныслыҡ урамынан Мичурин урамына тиклем тротуар плиткаһын һалыу бара.


Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, “Ҡулайлы ҡала мөхитен булдырыу” проекты буйынса реконструкция талап ителгән йәмәғәт урынын һайлағанда, ишембайҙарҙың күпселеге ошо участок өсөн тауыш бирҙе. Күләмле эштәр рәтенә бында бордюр таштарын ҡуйыу, ағастар ултыртыу, матур яҡтыртҡыстар һәм эскәмйәләр ҡуйыу ҙаинә.


Подрядсы ойошма - шәхси эшҡыуар Карапетян эшселәре аллеяны тулыһынса тигеҙләп, әле тротуар плитаһын һалып бөтөү өҫтөндә. Ҡала халҡы һуңғы йылдарҙа төрлө ергә күсерелеп “йонсоған” Мәжит Ғафури һәйкәлен дә бында күреп һөйөндө. Ниһайәт, ошо көндәрҙә ул Стахановсылар урамындағы аллеяға - үҙенең бынан 40 йыл элек ҡуйылған урынына ҡайтты.


Тротуар һалыу эштәре тамамланғас та “Электросетьпроект” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте бында яҡтыртҡыстарҙы монтажлай башлаясаҡ. Аллеяны төҙөкләндереүгә федераль һәм республика бюджетынан быйылға алты миллион һум аҡса бүленгән.


Ишембайға килеүселәр ошо уҡ проект буйынса уҙған йыл күләмле эштәр башҡарылған Ағиҙел яры буйына төшөү урынын да баһаламай ҡалмай. Ҙур ҡалаларға ғына хас булған ял урыны артабан да төҙөкләндереү, йәшелләндереү өҫтөндә. Ошо көндәрҙә генә бында тиҫтәләгән ағас, ҡыуаҡлыҡтар ултыртылды. Әле аллея уртаһында тағы ла бер күркәм объект – ҙур булмаған фонтан төҙөү эштәре бара.



Фото: автор.


Читайте нас: