Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Август 2018, 02:00

Доға ҡылды кинйәкәйҙәр

21 август бөтә мосолман халҡы Ҡорбан байрамын үткәрҙе. Кинйәкәй ауылы мәсете алдында ла был көндө халыҡ байрамға йыйналып, хәйер һалды.

21 август бөтә мосолман халҡы Ҡорбан байрамын үткәрҙе. Кинйәкәй ауылы мәсете алдында ла был көндө халыҡ байрамға йыйналып, хәйер һалды.


Йәш егетебеҙ Динар Хәсәнов аҙан әйтте, ә Илдар Хәсәнов ғәйет намаҙын уҡыны.

Мәсет төҙөүҙә ҙур өлөш индергән Рауза Әғзәс ҡыҙы ауылдаштарына ҡорбанға һарыҡ салдырҙы, шулай уҡ Илшат менән Эльнура Хәсәновтар, Ильяс менән Лилиә Ғибәҙуллиндар ғаиләләре лә ҡорбан салдылар, ә мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре һәм ауылдың уңған ҡатын-ҡыҙҙары ҡаҙанда былау бешереп ауылдаштарҙы һыйланы.



Читайте нас в