Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Август 2018, 02:00

ИМАНЛЫ ИР – ИЛ ТЕРӘГЕ

21 август – Ҡорбан байрамы

21 август – Ҡорбан байрамы


- Иманлы кешегә йәшәүе күпкә еңелерәк. Иман заттан килә, күңелдә орлоғо булһа, уға өндәмәһәң дә, барыбер бер шытып сыға икән. Минең менән дә шулай булды, - тип һөйләй башланы тотош ғаиләһе менән дин юлына баҫҡан Тирмән-Йылға ауылының имам-хатибы, мосолман ҡәрҙәшебеҙ Радик ДАМИНДАРОВ.
Дин тотҡан кешенең йөҙө нур бөркөп тора. Сөнки сихри көскә эйә доғалар әҙәм балаһының күңел донъяһын сафландыра, тирә-яҡтағыларға ышаныс, йылылыҡ һирпә. Шуға ла уның менән әңгәмәбеҙ тиҙ ялғанды.

- Һәүетемсә генә йәшәп ятҡанда башыма бер уй килде: ни өсөн йәшәйем мин был ерҙә? Әсәйем менән һеңлем уҡыған Ҡөръән китабын алып уҡый, Стәрлетамаҡтағы мәсеткә йөрөй башланым. Ул ваҡытта мәсеткә йәштәр бик һирәк йөрөй ине. 2004 йылда мәҙрәсәгә уҡырға индем. Оҙаҡ ҡына НГДУ предприятиеһында эшләнем. Эштән китергә тура килгәс, сауҙа эшенә тотондом, Ишембайҙа һеңлем менән хәләл магазины астыҡ. Мәҙрәсәне тамамлаған йылда буласаҡ ҡатыным Розалия менән таныштым. Хаж ғәмәле ҡылыу тураһында бик күптән хыялландым, 2008 йылда уй-ниәтем тормошҡа ашты. Ә 2011 йылда ауылға ҡайтып төпләндем, - тип үҙенең тормошо менән таныштырҙы имам-хатип. Тирмән-Йылға ауылына ҡайтып, өс ай эсендә шығырҙап торған бүрәнән йорт һалып та сыға йәш ғаилә. Бер-бер артлы 6 бала донъяға килә.

- Мосолмандарҙың иң изге китабы Ҡөръән - мәңгелек ҡиммәттәрҙе үҙ эсенә алған тормош һабағы ул. Минеңсә, Ҡөръәндәге тәғлимәттәрҙе бала саҡтан үҙләштереү фекерләү даирәһен киңәйтергә, зиһенде яҡтыртырға, боҙоҡ юлға баҫмаҫҡа булышлыҡ итә. Шуға ла балаларҙы Ҡөръәнгә өйрәтеүҙе иртә йәштән башланыҡ – кескәйҙәр мәғлүмәтте тиҙ һеңдерә.10 йәшлек Аиша ҡыҙыбыҙ менән 8 йәшлек Абдулла улыбыҙ доға-сүрәләрҙең башҡортсаһын да, ғәрәпсәһен дә һәйбәт белә, улай ғына ла түгел, уның ниндәй мәғәнәгә эйә булыуын да яҡшы аңлай, хатта оҙон сүрәләрҙе матур итеп көйләп тә һөйләй беләләр. Әлегә уҡый-яҙа белмәгән Мәрйәм менән Фатима ла шартлатып сүрә һөйләй.

Баҡса тултырып йәшелсә-емеш үҫтерергә лә, ҡош-ҡорт аҫырарға ла өлгөрә йәш ғаилә. Уларҙың өйҙәренә барып ингәндә хужабикә 3 айлыҡ Әминәне сәңгелдәктә тирбәтһә, янында 3 йәшлек Ибраһимы уйнап йөрөй, ҡыҙҙары Аиша тырышып-тырышып ҡамыр баҫып тора ине.


- Бәләкәйҙән эште яратып үҫһендәр тип тырышабыҙ. Беҙҙең дә, балаларыбыҙҙың да буш ваҡыттары бөтөнләй юҡ, - ти хужабикә. - Уҡыу йылы барышында мәктәпкә йөрөүҙән тыш, ҙурыраҡтары инглиз телен өйрәнә, аталарына эйәреп мәсеткә йөрөй, өй эштәрендә, баҡсала йәшелсә-емеш үҫтерергә ярҙам итә. Ҡыҫҡаһы, һәр береһенең үҙ шөғөлө бар.

- Дини байрамдарҙы нисек үткәрәһегеҙ? - тип һорайым йәштәрҙән.

- Ҡатыным менән ураҙа тотабыҙ. Бына Ҡорбан ғәйете етеп килә. Йыл да ҡорбан салабыҙ. Ҡорбан ғәйете — бөтә мосолман донъяһы өсөн ҙур байрам. Ул Ураҙа байрамынан һуң 70 көн уҙғас, йыл һайын Зөлхизә айының унынсы көнөндә билдәләнә. Ҡорбан салып, беҙ Раббыбыҙға яҡынлығыбыҙҙы тағы бер иҫбатлайбыҙ. Ҡорбан салыу – шәфҡәтлелек, мәрхәмәтлелек, рәхимлелек билдәһе булып тора. Пәйғәмбәребеҙҙең әйткән васыяты бар: «И, Аллаһтың хаҡ ҡолдары, ҡорбандарығыҙҙы салығыҙ. Әгәр ҡорбан салырға хәлегеҙ булып та, салмай ҡалһағыҙ, беҙҙең менән намаҙға ла баҫмағыҙ», – тигән. Шуға ла беҙ, Пәйғәмбәребеҙҙең әмерен үтәп, ҡорбан салабыҙ, теләктәр теләйбеҙ, мохтаждарҙың, ҡарыларҙың күңелдәрен шатландырабыҙ.


Мосолман ҡәрҙәштәремдең хәтеренә лә төшөрөп китәйем әле: ҡорбанды, байрам намаҙынан һуң башлап, ун икенсе Зөлхизәнең аҡшам ваҡытына ҡәҙәр салырға була. Ҡорбанды фәҡәт Аллаһ хаҡы өсөн генә салалар. Һарыҡ-кәзә берәр кеше исеменән булһа, һыйыр малы ете кеше йәки ғаилә исеменән һуйылырға мөмкин. Салынасаҡ мал һау-сәләмәт, теүәл ағзалы булырға тейеш. Ҡорбан итенең өстән бер өлөшө саҙаҡаға тәғәйенләнергә тейеш. Аллаһы Тәғәлә Ҡорбан ғәйетен, был мөбәрәк көндә уҡыған намаҙҙарыбыҙҙы, ҡылған ғәмәлдәребеҙҙе һәм салған ҡорбандарыбыҙҙы ҡабул итһен!



Читайте нас: