Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Август 2018, 02:00

Шиғыр бәйгеһендә ҡатнаш!

Быйыл 7 сентябрҙә яҡташыбыҙ, билдәле башҡорт шағиры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәре Яҡуп Ҡолмойҙоң тыуыуына 100 йыл тула.

Быйыл 7 сентябрҙә яҡташыбыҙ, билдәле башҡорт шағиры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәре Яҡуп Ҡолмойҙоң тыуыуына 100 йыл тула.


Ошо уңайҙан Ишембай Үҙәк китапханаһы уның ижады буйынса шиғыр һөйләүселәр бәйгеһе иғлан итә.

Ярышта ҡатнашыусылар өс йәш төркөмөнә бүленә: 10 йәштән 14 йәшкә тиклемге балалар,15 йәштән 30 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр һәм йәштәр, 30 йәштән өлкәндәр. Улар әҙиптең бер шиғырын яттан һөйләргә тейеш.

Ғаризаларҙы 3 сентябргә тиклем Ишембай ҡалаһының үҙәк китапханаһына (Революция урамы, 6-сы йорт) тапшырырға мөмкин. Белешмәләр өсөн телефон: 8 (34794) 4-20-78, 3-12-24.


Фото: Гөлназ Ғиниәтуллина.


Читайте нас: