Был хәл 1975 йылдың йәйендә булды. Яҙ башында бер тамсы ла ямғыр яумағанлыҡтан, үлән бик йоҡа сыҡты. Халыҡ баҫырма, ағас төбөн сабып бесән хәстәрләне.
Беҙ ҙә атайым, әсәйем менән өсәүләшеп, мотороллерға арба тағып, бесәнгә йөрөйбөҙ. Ҡайҙа үлән осрай, шуны сабып, йыйып, тейәп алып ҡайтабыҙ. Шулай бер көндө ауыл осондағы ағаслыҡ буйында атайымдар бесән саба, мин күтәремдәргә һалып йөрөйөм. Киске һигеҙҙәр етте, ҡасан ҡояш байый инде, ҡайтып һыуға сумыр инем, тип эшләй-эшләй уйлап йөрөйөм. Элек киске 11-ҙәрҙә лә һыу инергә бара инек. Көнө буйы ҡояш йылытҡас, кисен һыу йылы ғына була торғайны.
Бер мәлде әсәйемдең ҡысҡырған тауышынан һиҫкәнеп киттем. Тәүҙә ҡайтабыҙ икән тип уйланым. Йүгереп килһәм, әсәйем, хәлһеҙләнеп, күтәрем өҫтөндә ята. Һыуһағандыр, тип йәһәт кенә һыу алып килдем.
- Бар атайыңды саҡыр. Өшөйөм бит, тешем тешкә теймәй, ен ҡағылды, шикелле, - тине әсәйем.
Бынау эҫелә нисек өшөмәк кәрәк тип, аптырап, атайым артынан йүгерҙем. Тиҙ генә йыйған бесәнде арбаға тейәнек тә ауылға ҡайтып киттек.
Өйгә ҡайтҡас та әсәйемдең хәле яҡшырманы, киреһенсә, хөртәйә генә барҙы. Көн эҫе булыуға ҡарамаҫтан, өҫтөнә ҡалын юрған яптыҡ. Әсәйемдең ирендәре ҡабарып, күпсеп сыҡты.
- Бар инде Уразбайҙан әсәйемде алып кил. Ул өшкөрһә, бәлки, үтеп китер, - тине әсәйем атайыма. Атайым өләсәйемдең өшкөрөүен, доғалар уҡып төрлө үләндәр менән дауалағанын яратмай торғайны. Шуға ул: “Сихырсы әсәйеңде килтермәйем, аяғын да баҫтырмайым” , - тип тиҫкәреләште.
Әсәйемдең хәле таңға ҡарай тағы ла нығыраҡ ауырлашты. Һөйләшә лә алмай, ымлап ҡына аңлата. Беҙ, бала-саға, әсәйемде бындай хәлдә күреп илаша башланыҡ. Шул саҡ атайым, өндәшмәй генә сығып китеп, өләсәйемде алып килде. Әсәйем туғыҙ балаһын ҡалдырып үлеп ҡуйыр, тип ҡурҡҡандыр инде.
Өләсәйем өйгә килеп инеү менән усаҡ аҫтына яғып ебәрҙе. Ҡурғаш иретеп, ҡот ҡойҙо, доғалар уҡыны, үләндәр ҡайнатып, һыуын ҡалаҡлап ҡына эсерҙе. Шулай итеп, әсәйемде кискә аяҡҡа баҫтырҙы. Өшкөрә-өшкөрә әсе ҡоротто һыулап эсергәс, әсәйемә йән инеп китте, һөйләшә башланы. Шунан ғына ул үҙе менән нимә булғанын һөйләп бирҙе.
- Посадка эргәһенән Ҡағылсан йылғаһы буйында манма тир булып бесән сабып йөрөһәм, ап-аҡ күлдәк кейгән, биленә төшөп торған сәсен берҙән үреп күкрәгенә һалған сибәр ҡыҙ менән өҫтөнә аҡ күлдәк, ҡара костюм кейгән егет, етәкләшеп, ҡайҙандыр килеп сыҡты. Миңә иғтибар ҙа итмәй, яйлап ҡына янымдан үтеп киттеләр. Беҙҙең яҡ кешеләренә оҡшамағас, уларға: “Был ваҡытта ҡайҙа юл тоттоғоҙ? Аҙаштығыҙмы әллә?” – тип һүҙ ҡуштым. - Тегеләр яуап биреү түгел, әйләнеп тә ҡараманы, ағаслыҡҡа инеп киттеләр. Уларҙан һыуыҡ ел генә килеп бәрелгәндәй булды. Егет менән ҡыҙ күҙҙән юғалыу менән, ҡалтырап өшөп алып киттем, - тип һөйләне әсәйем.
Быны ишеткән өләсәйем шелтәләмәй ҡалманы:
- Туғыҙ бала әсәһеһең,ҡояш байыр алдынан теләһә нәмә ҡағылыусан тип, күпме әйтһәм дә аңламайһығыҙ ҙа, ышанмайһығыҙ ҙа. Ярай әле кейәү килеп алды. Ҡыҙымды бәләнән ҡотҡарғаны өсөн ҙур рәхмәт уға, - тине ул.
Ошо ваҡиғанан һуң атайым бер ҡасан да өләсәйем тураһында насар һүҙ әйтмәне.