Ҡалабыҙҙың Ленин проспектында урынлашҡан «Ҡунаҡхана» сауҙа йорто эргәһенән йыш үтәһегеҙме? Ә уның икенсе ҡатында урынлашҡан мосолман кибетендә булғанығыҙ бармы? Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙы килешле, зауыҡлы итеп кейендереү, дини ғилем биреүсе әҙәбиәт, сәләмәтлек өсөн шифалы үләндәр, никах күлдәктәре, яулыҡтар, оҙон итәктәр менән һатыу итеү өсөн тәғәйенләнгән бындай бүлек ҡалала берәү генә!
Күлдәктәрҙең ниндәйе генә юҡ!
- Мосолман ҡатындары һәр ваҡыт матур булһын, тип ошо магазинды астыҡ та инде, - ти уның хужабикәһе Рәзидә Ғәлиева. - Һатыуҙа улар өсөн төрлө-төрлө яулыҡтарыбыҙ күп. Магазинда беҙ ҡатын-ҡыҙҙарға яулыҡ ябыныу буйынса хеҙмәттәр ҙә күрһәтәбеҙ, һатып алыусыларға дини һабаҡ биреүсе әҙәбиәт һайлашырға, күңел төшөнкөлөгөнә бирелеүселәргә тура юл күрһәтергә лә тырышабыҙ. Тауарҙарыбыҙ бик сифатлы, башлыса Төркиәлә етештерелгән. Беҙ уларҙы шулай уҡ Ҡазандан, Өфөнән алып ҡайтабыҙ. Сер түгел, сифатлы, зауыҡлы кейем һәр йәштәге гүзәл заттың да күңелен күтәрә бит. Күлдәктәрҙең ниндәйе генә юҡ беҙҙә: ҡунаҡ өсөн генә тәғәйенләнгәндәре лә, көн һайын кейә торғандары ла. Улар барыһы ла киземамыҡ туҡымаһынан тегелгән, хатта бик эҫе көндәрҙә лә кейеп йөрөргә уңайлы, - ти һатыусы, үҙенең өҫтөндәге ҡупшы күлдәгенә күрһәтеп.
Ишектән кергәс тә никах күлдәктәренең күп булыуы күҙгә ташлана. Уларҙың төрлө төҫтәренән хатта күҙҙәр ҡамаша! Хаҡтар ҙа тешләшмәй: 2 меңдән алып 3 мең һум самаһы.
- Хәҙер йәштәр никахтың Аллаһы Тәғәлә алдында төп фарыз булыуын яҡшы аңлай, шуға ла уға ныҡлы әҙерләнә: мотлаҡ үҙенә килешле никах күлдәге, яулыҡ ала, биҙәнеү әйберҙәрен дә онотмай. Ҡатынҡыҙ ялтырауыҡҡа ҡыҙығыусан. Һатыуҙа милли биҙәүестәрҙең ҡулдан эшләнгәне лә, фабрикала етештерелгәне лә бар, - ти Рәзидә ханым.
Йәш кәләштәр әкиәт һылыуҙарына әйләнә
- Бында, ғәҙәттә, никах кейеме һайлау, ошо иҫтәлекле сараға ҡабатланмаҫ образ тыуҙырыу өсөн киләләр. Ҡыҙҙар үҙҙәренә килешле күлдәкте кейеп, зауыҡлы итеп яулыҡ та ябынып ҡуйғас, һоҡланып туймаҫлыҡ гүзәллек хасил була. Ҡайһы берҙәре үҙҙәренә үҙҙәре һоҡланып туя алмай, йәшәреп, һылыуланып киткән һымаҡ тойолалар. Ә ҡыҙҙарҙы никах күлдәгенә кейендереп, биҙәп ҡуйыу – шул тиклем мауыҡтырғыс эш. Шунда бер юлы никах мәлендә, һәм, ғөмүмән, ғаилә тормошонда үҙеңде нисегерәк тоторға кәрәклеген дә әйтеп ҡуяһың. Ҡайһы бер ҡыҙҙар ул һүҙҙәрҙең мәғәнәһенә бик төшөнөп тә етмәй, шулай ҙа бер тапҡыр булһа ла яулыҡ ябынып, Ҡөрьән тыңлап, никахҡа ингәс, күңелдәрендә Аллаһы Тәғәлә барҙыр.
Магазинда сәләмәтлекте нығытыу өсөн ҡулланылған үләндәр кәштәһе лә туп-тулы. Аҡ, ҡара әнис майы, ҡына, дарыу үләндәре орлоҡтары - былар барыһы ла үтемле тауар. Зәм-зәм һыуы ла йәй көндәре генә түгел, йылдың ҡайһы миҙгелендә лә һатылып бөтә. Шулай уҡ мосолман календарҙары, Ҡөрьән китаптары, сувенирҙар, открыткалар, хушбуйҙар һәм башҡа әйберҙәрҙе лә бик теләп алалар икән бында.
- Бәләкәйҙән өләсәйем янында үҫтем, ул диндар, уҡымышлы кеше ине. Ҡөрьәндең ҡайһы бер аяттарын, мөнәжәттәрҙе, салауаттарҙы ҡысҡырып уҡығанында мин дә отоп ҡала инем. Тәүге тормош һабаҡтарын да өләсәйем бирҙе миңә. Көҫәпҡол ауылында тыуып-үҫтем, бер ваҡытта ла тыуған яғымды ташлап китәһем килмәне. Өләсәйемә эйәреп, намаҙға баҫтым. Ул кешене тәртипкә өйрәтә, ихтыяр көсөн, һаулығын нығыта, күңелен тынысландыра, әхлаҡи яҡтан таҙарта. Әгәр кеше үҙ ғүмерен намаҙ уҡып, Аллаһы Тәғәләгә ышанып, әҙәпле, иманлы итеп уҙғарһа, фанилыҡта ла, әхирәттә лә уны бәхет көтә. Аллаһы Тәғәләгә кешенең ихласлығы, ысын күңелдән ышаныуы, таҙа ниәтле булыуы кәрәк. Шундай кешеләр генә ошондай кибеттә эшләргә тейештер тигән уйҙамын.
Ғаиләбеҙ менән дин юлындабыҙ. Ирем Нәзир Иҫке Ишембайҙағы мәсеттә хәҙрәт. Дүрт балабыҙ бар. Оло улыбыҙ Ҡазанда мәсеттә имам булып халыҡҡа хеҙмәт итә. Балаларыбыҙҙың бөтәһе лә дингә ихтирамлы мөнәсәбәттә, ейән-ейәнсәрҙәребеҙгә лә матур тәрбиә бирергә тырышабыҙ.
Иман нуры балҡып торған мосолман кибетенән ниндәйҙер күңел күтәренкелеге, еңеллек алып сыҡтым. Үҙемдең дә ошо мосолман күлдәктәрен кейеп йөрөгөм килеп китте. Их, ҡайҙа икән минең йәшлек йылдарым?!