Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Август 2018, 02:00

Хәтижә апайҙың хушлашыу йыры

Яҡташыбыҙ Хәтижә Ризуанованың исеме ишембайҙарға яҡшы таныш. Ул белеме буйынса математик булһа ла, хисле күңеле һәр саҡ әҙәбиәткә ынтыла.

Яҡташыбыҙ Хәтижә Ризуанованың исеме ишембайҙарға яҡшы таныш. Ул белеме буйынса математик булһа ла, хисле күңеле һәр саҡ әҙәбиәткә ынтыла. Район һәм ҡала мәктәптәрендә күп йылдар балаларға математика фәненән белем бирә. 1-се интернат-мәктәпте етәкләй. Һуңлап ҡына шиғриәткә килгән уҡытыусы тормошто яратыуын, балалары, яҡындарына булған һөйөүен, үҙен уратып алған мөхиткә булған ҡарашын шиғыр юлдарына һала. Һуңғы ун йыл эсендә уның ете китабы донъя күрә. Математиканан фәнни-популяр китаптарын, “Тәүбә, тәүбә...” тип исемләнгән юмористик хикәйәләрен, “Мин - хыялый” тигән шиғырҙар йыйынтығын уҡыусылар яратып ҡабул итә. Район, республика баҫмаларында ла күләмле мәҡәләләре менәнсығыш яһай ул. Башҡортостан һәм Рәсәй Федерацияһының Журналистар союзы ағзаһы Хәтижә Ризуанованың ошо көндәрҙә “Күңелем моңдары” исемле (һуңғы) китабы донъя күрҙе. Унда шиғри күңелле яҡташыбыҙҙың һуңғы йылдарҙа яҙып ҡалдырған шиғырҙары урын алған. Гәзит уҡыусылар иғтибарына был китаптан бер нисә шиғыр тәҡдим итәбеҙ. Хәтижә апайҙың донъяға һөйөүен сағылдырған был аһәңле юлдар уҡыусыларына хушлашыу йыры булып барып етһен.


Тыуған ерем

Мин яратам һине, Башҡортостан!
Толом-толом Иҙел ҡамышын,
Ҡайын япраҡтары шыбырҙауын,
Ат тояҡтары (ның) тауышын.
Хуш еҫ бөрккән татлы башҡорт балын,
Тулҡынланған арыш баҫыуын.
Оло хеҙмәт менән дан ҡаҙанған
Ул һәм ҡыҙҙарыңдың аҫылын.
Матур ерҙәр бик күп ер йөҙөндә,
Ҡәҙерлерәк миңә юҡ бүтән.
Ғәзиз Башҡортостан – тыуған ерем,
Тоғролоҡта һиңә ант итәм.


Кисер, әсәй

Сабый саҡта һырышып итәгеңә
Ҡолонсаҡтай елдем артыңдан.
Тейҙермәнең әсе ел-ямғырҙар,
Ышыҡланың зәһәр һалҡындан.
Ә мин, йүләр, “теймә” тиһәң, тейҙем,
“Килмә” тиһәң, барып тағылдым.
Әйткәнеңдең киреһен ҡылырға
Ҡотортҡандыр сая ҡылығым.
Ҡай саҡтарҙа сикһеҙ хаттин ашһам,
Рәнйетмәйсә еңел ороштоң,
Барлы-юҡлы ауыр саҡтарҙа ла
Иң тәмлеһен бирҙең өлөштөң.
Ҡурсалауың күреп еткермәнем,
Хәстәрләүең аңлай алманым,
Маңлай күҙем күргән саҡтарҙа ла,
“Күңел күҙем” ҡолаҡ һалманы.
Зинһар кисер, әсәй, шуҡлыҡтарын
Тилелеген иркә балаңдың.
Ниәттәрең изге булған икән,
Сәсемә ҡар яуғас, аңланым.


Мин тормошҡа һаман ғашиҡмын

Ҡар ҡунһа ла күптән сәстәремә,
Өҫтәлһә лә һырҙар маңлайға,
Мин һаман да, йәш-елкенсәк кеүек,
Ғашиҡ гөлгә, Ҡояш һәм Айға.
Йондоҙҙарға, һандуғаслы таңға,
Йәмле йәйҙең тандыр еленә,
Аҡ томанға, мамыҡ ҡарға,
Атайсалым – тыуған еремә.
Бәлки, шуға йәшәү йәмен юймай,
Ғүмер юлын үтәм ашыҡмай.
Булғанға һин һәр саҡ хыялымда,
Мин тормошҡа һаман ғашиҡмын.



Сиселмәгән төйөн

Тәүге һөйөү – сиселмәгән төйөн,
Бөтмәҫ ғазаптарға һалһа ла,
Тәүге һөйөү, өмөттәрең бөйөк,
Йән һөйгәнең ятҡа ҡалһа ла.
Булмаһа ла һөйөү үкенесһеҙ,
Көйҙөрһә лә көлһөҙ-күмерһеҙ,
Йылдар менән барыһы ла үтә,
Әммә тәүге һөйөү үлемһеҙ.
Төйөндәре тәүге мөхәббәттең,
Тойғоларға кире ҡайтарып,
Берсә өйкәй нескә йөрәк итен,
Йә ҡыйрата дауыл аҡтарып.


Читайте нас: