Әлбиттә, беҙ пассажирҙар ташыу сифаты өсөн яуаплы. Декабрь айына тиклем техниканы яңыртыу саралары күреләсәк. Әммә бында халыҡ яғынан да яуаплылыҡ кәрәк. Пассажир мотлаҡ билет алырға, ә водитель мотлаҡ уны бирергә тейеш. Ҡулығыҙҙа билет юҡ икән, юл-транспорт фажиғәләре осраҡтарына страховка ла ҡаралмай. Ике-өс пассажир өсөн дә автобус маршрутҡа сыға икән, был хеҙмәт үҙен нисек тә аҡларға тейеш. Автобустар йөрөшө буйынса һорауҙар тыуғанда автотранспорт редприятиеһы диспетчерына 8-937-48-61-459 һандары буйынса шылтырата алаһығыҙ.