Быйыл йәй социаль селтәрҙәрҙең береһендә “Ишембайтур” (
https://vk.com/public168949790) исеме аҫтында берләшкән төркөмдәштәр районыбыҙҙың матур тәбиғәт урындарына сәйәхәт ойоштороуҙы башлап ебәрҙе. “Беҙҙең райондамы был? Сит илдәргә сәйәхәт тип, нисек ошо ҡул һуҙымындағы гүзәл ерҙәрҙе күрмәй йәшәгәнбеҙ?” - Ишембай еренең гүзәллеген тәүгә асыусыларҙан тап ошо фекерҙе ишетәһең. Маҡар, Ғүмәр, Аҙнай яҡтарында булып, бығаса ситтән генә һоҡланырға тура килгән тауҙарға үрләп, мәмерйәләргә инеп өлгөргәндәр тәбиғәткә ни тиклем һаҡсыл ҡараш кәрәклеген дә нығыраҡ аңлай. Күптән түгел Маҡар тарафтарында бейеклеге 600 метрға яҡын булған Һәүәҙе тауы үрендә Рус география ойошмаһының байрағын елберҙәткәндә яҡташтарыбыҙҙы ошо хозурлыҡты киләһе быуындарға еткереү, танытыуға маҡсатланған ҙур эшкә ҡатнашлыҡ тулҡынландырҙы. Эйе, үҙебеҙҙе данларлыҡ, башҡаларға күрһәтерлек тәбиғәт ҡомартҡыларыбыҙ бар, мөмкинлектәрҙе дөрөҫ файҙалана белергә генә кәрәк. Туризмды үҫтереү дәүләт тарафынан хуплана, бигерәк тә үҙебеҙгә килеүселәрҙе арттырыу мөһим. Башҡортостанды үткән йылда 2,1 миллион турист килеп күргән, уларҙың 100 меңе - сит ил вәкилдәре. Былтыр республика төбәктәр рейтингында илдә 15-сенән 11-се урынға күтәрелгән һәм был тармаҡты артабан да нығытыу маҡсаты ҡуйылған. Ожмахтың үҙендә йәшәгән ишембайҙарға был өлкәләйүнсел, өлгөр булыуҙарын теләргә ҡала.