Башынан эшкә сумған ауыл кешеһе дауаханаларға бик йөрөп бармай. Бигерәк тә ҡалаға барыу улар өсөн ҙур мәшәҡәт тыуҙыра.
Шуға ла ауылдарҙа эшләп килгән табип амбулаториялары ауыл кешеһенең һаулығын хәстәрләү өсөн ҙур мөмкинлек. Этҡол табип амбулаторияһында лаборатория эшләүе лә халыҡты ҡалала анализдар тапшырып йөрөүҙән арындыра, сирҙәрҙе башланғыс стадияларында асыҡлауға булышлыҡ итә. Флорида Ҡолмырҙинаның лаборант булып эшләүенә быйыл 30 йыл тула. Ире менән ауылда төпләнеп, балалар үҫтереп, ғаиләһенән дә, эшенән дә бәхет татып йәшәй ул.
Лабораторияла көн һайын дөйөм ҡан, һейҙек анализдары алына, шәкәргә лә тикшереү уҙғарыла. Бынан тыш, аҙнаһына бер тапҡыр ҡан тамырынан да анализдар тапшырыу мөмкинлеге бар. Түшәктә ятҡан, йөрөй алмаған ауырыуҙарҙың өйҙәренә барып тейешле анализдар алына. Машина булғас, хатта Аҙнай, Уразбай ауылдарына сығалар.
- Флорида Шәйхетдин ҡыҙының эшенән халыҡ ҡәнәғәт. Үҙенең хеҙмәтен матур башҡара, - ти уның хаҡында табип амбулаторияһы мөдире Светлана Хафизова.
Флорида Ҡолмырҙинаға халыҡ та өйрәнеп бөткән. Ялға киткәндә лә уны көтөп алалар.
- Үҙемдең эшемде бик тә яратам. Иртәнсәк дәртләнеп киләм. Коллективыбыҙ берҙәм, кинәнеп эшләйем. Халыҡҡа теләгем – үҙҙәренә иғтибарлы булһындар, сирҙәрен аҙҙырмаһындар, - тине ул.
Ауырыуҙы башланған осоронда асыҡлаһаң, уны дауалауы ла еңел. Шуға ла коллектив төп иғтибарҙы сирҙәрҙе иҫкәртеүгә йүнәлтә.