Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Август 2018, 02:00

Бәрәңгенең еллеһен үҫтерә Ишәй егете Айрат ҒӘЛЛӘМОВ

Әлеге көндә ул йәшелсәселек менән шөғөлләнә. Йорт эргәһендәге баҡсаһында кәбеҫтә, һуған, ҡабаҡ үҫтерә.

Эшҡыуарлыҡты уңышҡа илтеүсе һәм килем килтереүсе өлкә, тип уйлай инем. Баҡһаң, бында ла өмөттәр өҙөлөү, хыялдарҙың селпәрәмә килеүе кеүек күренештәр була икән.


-Тормошҡа ашмаҫ маҡсаттар булмай, кешегә тик ялҡаулыҡ, күп һылтауҙар эҙләү, зирәклек етмәү ҡамасаулай. Үҙеңдә ошоларҙы еңеп сығырҙай көс таба алһаң, барыһы ла һин теләгәнсә буласаҡ, - ти ике йыл элек кенә үҙ көсө менән крәҫтиән-фермер хужалығы асып ебәреп, хәҙер инде ерҙә ныҡ баҫып тороусы эшҡыуар Айрат Ғәлләмов.


Әлеге көндә ул йәшелсәселек менән шөғөлләнә. Йорт эргәһендәге баҡсаһында кәбеҫтә, һуған, ҡабаҡ үҫтерә. Уларҙы Ишембай, Стәрле баҙарҙарына алып барып өлгөртөп тора. Шәхси эшҡыуар 50 гектар ерҙе ҡуртымға алған. Быйыл 4 гектарында картуф ултыртҡан. Тиҙ өлгөрә торған сортлы картуфты булдыҡлы яҡташыбыҙ йәй башынан уҡ халыҡҡа һата. Бер ҡараһаң, картуф үҫтереүҙән дә еңел эш юҡ кеүек: яҙын сығарып сәстең, сүбен утаның, күмдең, ҡортон йыйҙың да – ҡаҙып та алдың. Нимә уйлағанымды һиҙгәндәй, эшҡыуар дәртләнеп, үҙ эше тураһында һөйләй
башланы.

- Иң мөһиме, ерҙе дөрөҫ итеп ашлау. Шунда ғына үҙең теләгәнсә уңыш алырға мөмкин. Колорадо ҡуңғыҙынан ҡотолор өсөн дә һыналған препараттар ҡулланабыҙ. Маҡсат – халыҡҡа үҙебеҙҙең ерҙә үҫкән экологик таҙа йәшелсә етештереү. Киләһе йыл картуф майҙанын тағы ла арттырырға уйлайбыҙ. Уның өсөн бөтә шарттар бар. Быйыл картуфтың һигеҙ төрөн сәстек. Күңел биреп тәрбиәләгәс, уңыш та юғары. Үҫтереп алғандыһаҡлар өсөн келәт тә һатып алдым. Тимәк, орлоҡ та яҡшы ятасаҡ, - ти көҙөн халыҡҡа юғары сифатлы орлоҡ һатыу яғын да уйлаған эшҡыуар.

Йәшерен-батырыны юҡ, эште башлап ҡына торғанда ауырлыҡтар, ҡаршылыҡтар ҙа етә. Әлегә килемгә ҡарағанда сығымдар күберәк, ти Айрат Әғзәм улы. Пландары ҙур, маҡсаттары ла изге - яҡын киләсәктә техника һатып алыу, заманса ер эшкәртеү алымдарын нығыраҡ өйрәнеү, яҡташтарын сифатлы аҙыҡ менән тәьмин итеү. Барыһы ла килеп сығыр. Эшҡыуарҙың төп һәләте - алдан күрә белеү, халыҡ ихтыяжын аңлау. Киләһе айҙа ғына түгел, хатта бер нисә йыл алдан теге йәки был өлкәлә хәлдәрҙең ниндәй буласағын

күҙаллау оҫталығына эйә кеше генә эшҡыуарлыҡта уңышҡа өлгәшә. Айрат Ғәлләмов кеүек ир-егеттәр ерҙә эшләй икән, тимәк, сит-ят ризыҡ араһындаүҙебеҙҙекен һайлау мөмкинлеге буласаҡ.




Фото: автор.



Реклама.


Читайте нас: