Ишморат ағай, саҡ ҡына тын ал, һиңә берәү ҙә етерлек түгел! - Юлын киң алып, ҡолас йәйеп сапҡан Бәләкәй Байыҡтан Ишморат Мозафаров, ысынлап та, еңеүсе булып сыҡты. Икенсе һәм өсөнсө урындарҙы Кинйәбулаттан Әҡсән Сираев менән Ишембайҙан Юнир Ҡолбирҙин ағайҙар бүлеште. Ҡатындар араһында иһә Биксәндән Зөлфиә Рәхмәтуллина берәүҙе лә алдына сығарманы. Кинйәбулаттан Мәҙинә Мөхәмәҙиева һәм Зәйтүнә Хәкимова ла, күрәһең, бәләкәйҙән салғы тотоп, күмәк эшкә ылығып үҫкән. Улар иң яҡшы һөҙөмтә күрһәтте. Әйткәндәй, бүләктәр ҙә шәп ине. Еңеүсегә – электр триммеры! Урман ашын бешереүселәр араһында 20 төр ризыҡ әҙерләп өлгөргән Рәүиә Сираева беренсе булды, Әлиә Ҡорбанғәлиева һәм Әлиә Фәтҡуллина ла бесәнселәрҙе яланда ғына ауыҙ итә торған аштар менән һыйланы.