Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Июль 2018, 02:00

ТЫУҒАН ЕРЕҢДЕ ДАНЛАҺАҢ, УЛ ДА ҺИНЕ КҮТӘРЕР

Этҡол “Башҡортостандың иң матур ауылы” республика конкурсында ҡатнаша.

Этҡол “Башҡортостандың иң матур ауылы” республика конкурсында ҡатнаша.
Урманлы тауҙар ҡуйынына һыйынып ултырған ауыл үҙенең гүзәл тәбиғәте менән генә түгел, эшһөйәр, асыҡ күңелле, талантлы халҡы менән дә айырылып тора. Ошо көндәрҙә Этҡолға сәфәребеҙ барышында быға йәнә бер тапҡыр инандыҡ.



Ожмахҡа тиң урын

Борон ата-олатайҙар йәшәү өсөн матур урынды һайлай белгән. Этҡол ауылы тураһында ла урындағы халыҡ күңелендә төрлө легендалар һаҡлана. Был юлы Сабирйән Тимерйән улы Ғарифуллиндан яҙып алынған легенданы ишеттек. Малсылыҡ, һунарсылыҡ, солоҡсолоҡ, балыҡсылыҡ менән шөғөлләнеү өсөн уңайлы урындар эҙләп күп ерҙәр гиҙгән ырыу башлығы Ҡырымбай матур бер яланға килеп сыҡҡан. Бер яҡтан кейектәргә бай урман, икенсе яҡтан емеш-еләк күпереп үҫкән яландар, һыулау өсөн йылғаһы ла булған был ерҙәр уның да, ырыуҙаштарының да күңеленә хуш килгән. Оҙон сәфәрҙән һуң йонсоған юлсылар ошо яланда туҡталырға була. Аттарҙы, кәрәк-яраҡ әйберҙәрҙе һаҡларға үҙе ҡыйыу, үҙе сыҙамлы Этҡол исемле егеткә ҡушалар. Иртәгәһен өйөрҙө йәнә егет ҡармағына ҡалдырып, йылға үре буйлап яҡын-тирәне өйрәнәләр. Бер яланда ҡатын-ҡыҙҙар аш өсөн үләндәр йыйғанда, әсе йыуаға тап була, был урынды улар Әсеялан тип атай. Үҙ-ара һөйләшеп, уны йәйләү итергә булалар, ә төпләнер өсөн Этҡолдо ҡалдырған ерҙе һайлайҙар. Тиҙҙән Этҡол үҙенең һөйгәне Һылыуҡайға өйләнә.Ырыуҙаштары ауылға Этҡол исемен бирә.


Бына шундай матур легенда йәшәп килә. Ата-бабаларының күркәм сифаттарын бөгөнгө этҡолдарҙа ла күрергә мөмкин.

Ауыл осонда уны данлаған яҙыуҙың ҡаршы алыуы, гөрләп яңы йорттар төҙөлөүе бында тормоштоң ҡайнап тороуы тураһында һөйләй. Һәр ерҙә урамдар күрһәтелгән яҙыуҙар эленгән, тирә-яҡ таҙа, төҙөк. Ауылдарҙа тормош һүнә тигән дөйөм фекер Этҡолға һис кенә лә тура килмәй. Юҡҡа ғынамы ни ул өс йыл рәттән “Иң яҡшы ауыл - ауыл биләмәһе үҙәге” тип исемләнгән район конкурсында еңеү яулаған. Бүләккә бирелгән аҡса йәнә ауылды төҙөкләндереүгә йүнәлтелә. Мәҫәлән, былтыр балалар майҙансығы эшләп ҡуйғандар.

Этҡол бар яҡлап камиллыҡҡа ынтылыуы менән алдыра. 2011 йылда “Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҡатнашып, эскелеккә ҡаршы ҡаты көрәш асалар. Ундағы уңыштар өсөн хоккей ҡабы, милли көрәште үҫтереү өсөн махсус келәм менән бүләкләнәләр.


Ауыл хакимиәтенә барып ингәндә уның башлығы Нәсимә Әйүпованы кәңәшмә үткәргән мәлендә тап иттек.

Биләмәләге тормоштоң бөтә нескәлектәрен, халыҡтың тын алышын белеп бөткән, тип әйтергә мөмкин уның хаҡында. Урындағы хакимиәттә эшләүенә лә быйыл 30 йыл тула. Хеҙмәт юлын белгес булараҡ башлаһа, аҙаҡ эштәргә идарасы, хакимиәт башлығы вазифалары йөкмәтелә. Этҡолдан тыш, Аҙнай, Уразбай, Әсеялан, Авангард, Татьяновка ауылдары, Подлесный утары - уның ҡарамағында.


Халҡына таянған -уңыр


Ауыл хакимиәте башлығы менән Этҡол урамдары буйлап атлайбыҙ.


- Бер үҙең бер нәмә лә эшләп булмай. Халыҡ миңә ышана, мин ауылдаштарыма таянам. Бына, мәҫәлән, ошо көндәрҙә генә халыҡ, бергәләшеп, сайдинг менән мәсет бинаһын уратып алды, - тине ул тирә-яҡҡа нур, йәм һибеп ултырған иманйорто алдында туҡталып.


Тарихты онотмау, ауылдың бөйөк шәхестәрен ҙурлау ҙа хас этҡолдарға. Мәҙәниәт йорто эргәһендә Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугирҙар иҫтәлегенә һәйкәл ҡуйылған. Күптән түгел Бөйөк Ватан һуғышы һәм хеҙмәт ветераны Исмәғил Шәрипов исемендәге аллея булдырылған. Заманында “Ҡыҙыл Урал” колхозы рәйесе лә булып эшләгән был шәхестең исемен ауылдаштары шулай мәңгеләштергән.


1801-1862 йылдарҙа йәшәгән, ауыл зыяратында ерләнгән изге әүлиә Мәхмүт ишанды ла халыҡ онотмай. Ауылды төрлө бәлә-ҡазаларҙың урап үтеүенең сәбәбе тап уның менән бәйле булыуына ышана этҡолдар. Әле күптән түгел Мәхмүт ишандың вариҫтары йыйылып, уның ҡәберен тергеҙеп, таш менән уратҡан.


“Иҫәндәрҙең ҡәҙерен бел, үлгәндәрҙең ҡәберен бел” тип йырланғанса, мәңгелек йортто таҙалыҡта, тәртиптә тотоу ҙа күҙгә күренеп тора, зыярат матур итеп ҡоймалап алынған.

Элек-электән һыу баштары, шишмәләрҙе ҡәҙерләп һаҡлаған бындағы халыҡ. Ауыл ситендәге “Хәйретдин ҡойо” һон да бура менән уратып алғандар, эскәмйә ләҡуйғандар.


Этҡолдарҙың урындағы башланғыстарға ярҙам программаһында әүҙем ҡатнашыуы ла Нәсимә Ғайса ҡыҙының “халыҡ менән бергә эшләйбеҙ” тигән һүҙҙәренә ҡеүәт. Былтыр ошо программа сиктәрендә мәктәпкә яңы тәҙрәләр ҡуйылһа, быйыл да конкурстан уңышлы үткәндәр. Тиҙҙән балалар баҡсаһының ҡыйығын алмаштырыу буйынса эштәр башланасаҡ, шулай уҡ ике төркөмдә тәҙрәләр ҙә өр-яңынан ҡуйыласаҡ. Программаның шарты буйынса халыҡтың да үҙ өлөшөн индереүе мөһим. Аҡса йыйыуҙы ауылдаштарының аңлап ҡабул итеүен, бер ниндәй ауырлыҡ тойолмауын билдәләне хакимиәт башлығы.

Йәшәгән урыныңды кемдеңдер ситтән килеп йыйыштырып китмәүен дә яҡшы аңлайҙар бында. Ошо көндәрҙә күмәкләшеп ҡасандыр түгелгән сүплек урынын таҙартып ҡуйғандар. Хәҙер сүп-сар Ишембай ҡалаһының ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигонына оҙатыла. Халыҡ менән ойошторолған ниндәй генә өмә булмаһын - хакимиәт башлығы уның уртаһында. Бергәләп башҡарылған эштәр менән социаль селтәрҙәрҙә булдырылған “Беҙҙең яратҡан Этҡол” сайтында ла танышырға мөмкин.


Ағинәйҙәр, ҡатын-ҡыҙҙар, ветерандар, йәштәр советтары - ауыл хакимиәтенең төп таяныстары. Һәр сара тиерлек йәмәғәт ойошмаларының ярҙамынан башҡа үтмәй. Шулай уҡ старосталар ҙаауылдағы хәл-ваҡиғаларға күҙ-ҡолаҡ.

Этҡолдар күп функциялы клубтары булыуы менән дә бәхетле. Бында район кимәлендә лә матур-матур саралар үтеп тора. Халҡыбыҙ йолаларын тергеҙеү ҙә иғтибар үҙәгендә. Мәҫәлән, милли кейемдең бер өлөшө – һаҡал тегергә өйрәтеү буйынса оҫталыҡ дәресе уҙҙы.Был сара үҙенә 100-ләп кешене йыйҙы.




Мәҡәләнең дауамын гәзиттең 60-сы һанында (27.07.2018) уҡығыҙ.



Фото: автор.


Читайте нас: