- Уҙған йыл, ысынлап та, туристик компаниялар бер аҙ ауырлыҡтар кисерҙе, туроператорҙар селтәренә бәйлеләре араһында ябылғандары ла булды, - тип уртаҡлашты Ишембайҙа ун йылдан ашыу тотороҡло эшләп килгән ”Пегас туристик“ туризм агентлығы етәксеһе Лидия Козлова. – Сер түгел, сит илдә ял итеү, ғаилә менән төрлө ерҙәрҙе күреү хыялы бөтәбеҙгә лә хас. Ә бына килем төрлө. Әммә сараһын табырға була. Кредитҡа ял итеүселәр ҙә бар, иң отошлоһо, әлбиттә, юлламаға алдан заказ биреп, хаҡтар түбән саҡта алып ҡуйыу. Йылдар тәжрибәһенән сығып, ишембайҙар әүҙем туристар тип әйтә алам. Рәсәй буйынса төрлө маршруттар, Ҡазанға сәйәхәттәр популярлашты. Абхазия, Сочи, ғөмүмән Краснодар крайы, Ҡырымға ял итергә барыусылар ҙа арта. Үҙебеҙҙә ял файҙалыраҡ тигән ҡараш нығына. Осһоҙораҡҡа төшәме-юҡмы, уныһы бәхәсле. Башҡортостан шифаханаларында ял итергә теләүселәр иһә уларға тура мөрәжәғәт итеүсән. Һаулыҡтарын нығытыу яғын уйлағандар, тулы курс ҡиммәт кенә булһа ла, тап шифаханаларҙа ял итеүҙе хуп күрә.