Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Июль 2018, 02:00

Һыу ҡорбанына әйләнмә!

Һуңғы көндәрҙә республиканың әле был, әле теге төбәктәренән һыуҙа батып үлеүселәр тураһында хәбәр еткереп торалар.

Һуңғы көндәрҙә республиканың әле был, әле теге төбәктәренән һыуҙа батып үлеүселәр тураһында хәбәр еткереп торалар.


24 июлдә Петровскийҙа йәшәүсе 53 йәшлек ир Егән йылғаһына балалары менән һыу инергә бара. Ҡайһылыр мәлдә балалар һыуҙа бата башлай һәм атай кеше уларҙы ҡотҡарырға ташлана. Балалар ҡотҡарыла, әммә хәлһеҙләнгән ир үҙе ярға йөҙөп сыға алмай.


Һыу ҡорбандары араһында балаларҙың күп булыуы бигерәк тә ҙур хафаға һала. Кисә генә Иглин, Федоровка, Кушнаренко райондарында 13, 16 йәшлек ҡыҙҙар, 13 йәшлек малай һыуға батып үлгән.

Шуға күрә, хөрмәтле ата-әсәләр, һыу буйына ял итергә барғанда балаларығыҙға күҙ-ҡолаҡ булығыҙ! Күп фажиғәләр һыу инергә рөхсәт ителмәгән урындарҙа булыусан, үҙегеҙҙе һәмяҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ.



Фото: pixabay.com



Читайте нас: