Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Июль 2018, 02:00

“Һай бригадир мин үҙем, кәрәк булһа тракторист...”

Бишбүләк районында уҡыу-производство бригадаларының республика слеты үтте.

Бишбүләк районында уҡыу-производство бригадаларының республика слеты үтте.


Унда Ишембай районы йыйылма командаһы дөйөм команда күрһәткестәре буйынса 3-сө урын яуланы.

Республиканың Ауыл хужалығы һәм Мәғариф министрлыҡтары берлектә ойошторған слетта республикабыҙҙың тиҫтәләгән район һәм ҡалаһынан йыйылған уҡыусы балалар эшсе һөнәрҙәре буйынса белемдәрен иҫбатланы.


Ишембай өсөн экология-биология үҙәгендә шөғөлләнеүсе ҡыҙҙар һәм малайҙар майҙанға сыҡты. Асҡар Фәхретдинов, Арыҫлан Ихсанов, Азалия Тимерғәлина, Анастасия Рукосуева, Регина Мусина, Илгиз Мырҙабаев, төрлө мәктәптәрҙә уҡыһалар ҙа, бер команда булып тупланып, яҡшы һөҙөмтә күрһәтә алды.


Балалар үҙҙәрен тракторсы, бригадир, йәшелсә-емеш үҫтереүсе, машина менән һауыу операторы, малсылыҡ, ҡортсолоҡ һәм башҡа һөнәрҙәрҙә һынап ҡараны һәм һынатманы, - тип уртаҡлашты ярыштарҙан алған тәьҫораттары менән экология-биология үҙәге директоры Азат Тимерғәлин.
Читайте нас: