Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Июль 2018, 02:00

Бесәнселәр, әйҙәгеҙ ярышҡа!

Кинйәбулат ауылында бесән сабыу буйынса ярыш үткәреүгә әҙерләнәләр.

Кинйәбулат ауылында бесән сабыу буйынса ярыш үткәреүгә әҙерләнәләр.


Башлап үтәсәк сарала ауыл биләмәһе буйынса ирҙәр ҙә, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа ҡатнаша ала, шулай уҡ йәш тә сикләнмәгән. Бесәнселәр сабынлыҡты буйлаған арала “Урман ашы” тигән конкурс та старт аласаҡ. Унда ҡатнашыусылар ялан шарттарында урман-ҡырҙарҙа үҫкән үҫемлектәрҙән аш бешереп, төрлө үлән сәйҙәре әҙерләйәсәк. Ярыштар тамамланғас, барыһы ла әҙер аштар менән һыйланасаҡ. 28 июлдә иртәнге сәғәт 10-да башланасаҡ ике конкурсҡа ла ҡатнашырға теләүселәрҙән заявкалар ҡабул ителә башлаған да инде. Сәмлеләр, сабынлыҡ һәм туғайҙар һеҙҙе көтә!



Фото: Кинйәбулат ауылы мәҙәниәт йорто архивынан.


Читайте нас: