Эшкәртеү, ҡайҙалыр алып барыу йәки оҙаҡ һаҡлау талап ителгән йәйге сорттарҙы бешеп етер-етмәҫтән йыялар. Иртә өлгөрә торған сортлылары ике-өс көн эсендә ҡыҙара, шуға күрә уларҙы һайлап ҡына өҙөргә кәрәк. Ҡағиҙә булараҡ, ағастың көньяғындағы йәки өҫтәге емештәре тиҙерәк бешә. Һуң өлгөрә торғандарына тейергә ашыҡмаҫҡа кәрәк, әммә ҡойола башлағанын көтөргә ярамай. Уңышты ни тиклем һуңыраҡ йыйһағыҙ, сифаты шул ҡәҙәр яҡшыраҡ булыр. Әммә ҡаты һыуыҡтар башлағансы ҡалдырмағыҙ, юҡһа оҙаҡ һаҡлап булмаясаҡ.