Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Июль 2018, 02:00

УЛАР ЙЫР ҺУҘҒАНДА, ҺАНДУҒАСТАР ТЫН ҠАЛА...

Был донъяла кемдәрҙе генә осратмайһың да, кемдәр менән генә танышмайһың. Ул тәңгәлдә беҙ, журналистар, бик бәхетле, сөнки эшебеҙ, башлыса, шуға ҡоролған.

Был донъяла кемдәрҙе генә осратмайһың да, кемдәр менән генә танышмайһың. Ул тәңгәлдә беҙ, журналистар, бик бәхетле, сөнки эшебеҙ, башлыса, шуға ҡоролған. Бына шул яңы таныштарыңдың ҡайһы берҙәрен нисектер күңел ҡабул итмәй, ә ҡайһылары яҡын дуҫыңа әйләнеп китә, улар менән аралашып йәшәү тормошоңдо йәмләп ебәрә. Бәхеткә күрә, ундайҙары күберәк.


Тимерҙе ҡыҙыуында һуға


Билдәле шәхестәр, Салауат башҡорт дәүләт драма театры артистары Гөлсәсәк һәм Яҡуп Шәриповтар менән мин бынан 15 йыл элек «Байрам ашы - ҡара-ҡаршы» спектаклем ҡуйылғас таныштым. Улар был тамашала төп ролдәрҙе башҡара ине. Тәү күрешкәндә үк Яҡуп менән Гөлсәсәк үҙҙәренең ябайлығы, эскерһеҙлеге менән күңелемде яулап алды һәм шунда уҡ яҡын дуҫтарым булып китте.

Театр артистары хаҡында яҙғанда, башлыса, улар ҡатнашҡан спектаклдәр һанала, уйнаған ролдәре хаҡында һүҙ алып барыла. Был йәһәттән Шәриповтар тураһында ла әллә күпме һөйләргә булыр ине, әммә минең театрҙан ситкәрәк китеп, уларҙың ғәҙәти тормошо, йәшәү рәүеше, холоҡ-фиғелдәре хаҡында бәйән иткемкилә.

Ирле-ҡатынлы артистарға, ғәҙәттә, нисек таныштығыҙ, нисек ҡауыштығыҙ кеүегерәк һорауҙарҙы бирәләр һәм, башлыса, беҙҙе сәнғәт таныштырҙы тигән яуапты ишетәләр. Яҡуп менән Гөлсәсәктең араһында ла бына шул сәнғәт һөйөү уты ҡабыҙған.

- «Нефтехимик» мәҙәниәт һарайында баянсы булып эш башлап ҡына йөрөй инем. Шунда йәш кенә бер һылыу ҡыҙ килеп инеп, йырлап күрһәтергә теләге барлығын белдерҙе, - ти Яҡуп. - Иҫ киткес моңло тауышы менән «Гөлъямал»ды йырлап ебәрмәһенме! Үҙем баянда уйнайым, үҙем иҫем китеп йырҙы тыңлайым. Гөлсәсәк йырлап бөтөү менән етәксебеҙ Сәлим ағай Камбулатовҡа: «Бына ҡайҙа ул талант! Был ҡыҙҙы ситкә ебәрмәйек, юрамал ғына оҙата барған булып, мин уны мәҙәниәт һарайына ныҡлап йөрөргә күндерәйем», - тип шыбырҙаным. Оҙатып ҡуям, ҡаршы барып алам. Күп тә үтмәй, Гөлсәсәктең моңло тауышына ғына түгел, ә үҙенә лә башкөллө ғашиҡ булғанымды аңланым. Тимерҙе ҡыҙыуында һуғайым тип, бер нисә айҙан ҡыҙҙың үҙемә кейәүгә сығырға ризалығын һораным.

- Яҡуп телгә шәп бит. Тәүҙә шул теле менән арбаны, һуңынан бар булмышы менән йөрәгемә үтеп инде. Уны һайлап яңылышманым мин. Тормош юлында Яҡуп ысын дуҫым, тоғро юлдашым, ныҡлы таянысым минең, - ти Гөлсәсәк, ҡәнәғәт йылмайып.

Кәләштең тыуған ере Һарайҙа (Әлшәй районы) гөрләтеп ауылса туй үткәреп, ғаилә ҡороп йәшәп алып китә Шәриповтар. Ләйсән менән Миләүшә исемле ике ҡыҙға ғүмер бүләк иткән Яҡуп менән Гөлсәсәк саҡырыу буйынса Салауат башҡорт дәүләт драма театрына эшкә килә. Халыҡ театрында ҡанаттарын нығытҡан Шәриповтарға яңы урында тәүге аҙымдарын яһау әллә ни ҡыйынға тура килмәй. Ысын күңелдән бирелеп башҡарған ролдәре менән улар шунда уҡ тамашасы күңелен яулап ала.

Артистың ярты ғүмере гастролдәрҙә йөрөп үткәне һәр кемгә мәғлүм һәм мин уларҙың балаларын, ата-әсә тәрбиәһенән мәхрүм ҡалғандай күреп, йәлләй торғайным. Ҡыҙҙары Ләйсән менән Миләүшә хаҡындала шулайтыбыраҡ әйткәс, Яҡуп менән Гөлсәсәк бер тауыштан тигәндәй:


- Юҡ, беҙ ҡыҙҙарыбыҙҙы етем хәлендә ҡалдырырға тырышманыҡ. Башлыса, үҙебеҙ менән алып йөрөттөк. Күпмегәлер айырылып торған осраҡта ҡайтып инеү менән бар һөйөүебеҙҙе, күңелебеҙ йылыһын икеләтә-өсләтә уларға бирергә ынтылдыҡ, - тип яуап бирҙеләр.

Алма ағасынан алыҫ төшмәй шул. Талантлы ҡыҙҙар бәләкәйҙән сәнғәт донъяһына сумып, сәнғәт белеме алып, үҙҙәре лә артист булып киткән һәм матур ғына уңыштарға ҡаҙанырға ла өлгөргәндәр. Ата-әсәләренҡыуандырып, уларға олатай-өләсәй булыу бәхете лә бүләк иткәндәр.

- Бына быныһы беҙҙең өсөн иң мөһиме. Балаңдың балаһы балдан татлы икәнен ейән-ейәнсәрҙәребеҙ донъяға килгәс ныҡлап аңланыҡ, - тине Гөлсәсәк күҙҙәренән йылы наҙ бөркөп.

Әртистең аҡсаһына йорт төҙөп ҡара!

Бынан бер нисә йыл элек Яҡуп миңә:

- Тәүге ейәнем тыуғас башҡа бер уй килгәйне. Ҡыҙҙарыбыҙ беҙгә тағы ла ейән-ейәнсәрҙәр бүләк итерҙәр әле. Улары олатай-өләсәй, тип ҡунаҡҡа килерҙәр. Шатланып ҡаршы алһаҡ та, ҡала фатирын ҡалдырып, тағы ҡала фатирына килеү уларға әллә ни ҡыуаныс өҫтәмәҫ, ә бына ауыл ерендә үҙ йортоң булып, уларҙы шунда ҡаршылаһаҡ, ауыл тормошон күрһәтеп, аҙмы-күпме ауылса йәшәргә өйрәтһәк, ҡайһылай шәп булыр ине, тип хыялланып алғайным. Мин ауыл малайы, Гөлсәсәк тә ауыл ҡыҙы. Минең дә, уның да ауылда йәшәгеһе бик килә. Әгәр урын бирһәләр, тыуған ауылым Этҡолда өй һалырға инеиҫәп, - тигәйне.

- Бик мәслихәт! Өй һалыуҙың нимәһе бар, өйәһең дә өйәһең, - тип Яҡупты дәртләндереп ебәрһәм дә, эстән генә: «Эй, әртис, ҡулыңдан килерме икән?» - тип, шикләнә биреп тә ҡуйғайным.

Яйлап уның Этҡолда ер алыуын, нигеҙ ҡороп бура күтәреүен, йорт ҡаралтылары төҙөп ҡуйыуын да ишеткеләп торҙом һәм күптән түгел генә Яҡуп менән Гөлсәсәктең хыялындағы йорт-ҡураны барып күрергә насип булды миңә. Бына шунда инде Гөлсәсәктең: «Беҙҙең Яҡуп балта эшенә хәтәр оҫта бит ул», - тигәненә эшен үҙ күҙҙәрем менән күргәс кенә ышандым. Беҙҙең яҡта матур итеп эшләнгән әйбергә ысын яһау, тиҙәр. Ауылдың ситендә, ҡуйы ағаслыҡ араһында урынлашҡан Шәриповтарҙың йорт-ҡураһы, ысынлап та, ысын яһау ине. Эре бүрәнәләрҙән һалынған өй, ыҡсым ғына аласыҡ менән мунса, зауыҡ менән эшләнгән күперлек менән ял итеү урыны Яҡуптың оҫта ҡуллы икәнен әллә ҡайҙан күрһәтеп тора. Баҡсаһында күпләп емеш-еләк ағастары ултыртылған, түтәлдәрҙә йәшелсәләр өлгөрә. Аласығының бер мөйөшөндә боронғо әйберҙәрҙән торған музей ҙа булдырған йорт хужаһы. Ҡыҫҡаһы, рәхәтләнеп эшләп ял итеп ҡайтырлыҡ мөмкинлек булдыра алған Яҡуп менәнГөлсәсәк.
Күҙҙәрендә: «Күрҙеңме, ағайыңды!» тигәнерәк аҙмылыр маһайыу сағылһа ла, хужа кеше йорт-ҡураһы менән таныштырғанда:

- Бик үк шәп булмаһа ла, беҙҙең кеүек әртис халҡына ярай инде, - тигән булды

Мәҡәләнең дауамын гәзиттең 54-се һанында (06.07.2018) уҡығыҙ.



Фото: ғаилә архивынан.



Читайте нас: