Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Июль 2018, 02:00

Миндекте “инә” ҡайындан эшлә

Халыҡ телендә ҡайынды “инә” һәм “ата”ға бүлеү бар. Июль башында ҡайындың япраҡтары бешкәс, “инә” ҡайынды һайлап, 50 смтирәһе ҡырҡып алғандар.

Халыҡ телендә ҡайынды “инә” һәм “ата”ға бүлеү бар. Июль башында ҡайындың япраҡтары бешкәс, “инә” ҡайынды һайлап, 50 смтирәһе ҡырҡып алғандар.


“Инә” ҡайын менән “ата” ҡайынды айыра белмәгәндәр иғтибар менән ҡараһалар, күрерҙәр: “инә” ҡайындың ботаҡтары тал ағасыныҡы һымаҡ аҫҡа эйәлеп тора, “ата” ҡайындың ботаҡтары үрә ҡарай. Ғәмәлдә, ҡайындың ата йәки инәһе булмай, былар ике төр ҡайын. Йәғни, миндекте тәлгәштәре һәленке төр ҡайындан бәйләгәндәр.

“Һырғаһыҙ” ботаҡтарҙы һайлағандар. Сабыныуҙың тәмен белгәндәр миндеккә хуш еҫле үҫемлектәр: мәтрүшкә, бөтнөк, һары мәтрүшкә, кейәү үләне һәм башҡаларҙы ҡушып эшләгәндәр һәм әле лә эшләйҙәр.


Фото: pixabay.com


Читайте нас: