Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Июль 2018, 02:00

Ихатаһы көлөп тора!

Район кимәлендә уҙғарылған “Өлгөлө шәхси ихата” конкурсында Байғужа ауылынан Гөләйшә Ҡәҙерғолованың ихатаһы өсөнсө урынға лайыҡ булды.

Район кимәлендә уҙғарылған “Өлгөлө шәхси ихата” конкурсында Байғужа ауылынан Гөләйшә Ҡәҙерғолованың ихатаһы өсөнсө урынға лайыҡ булды.

Уңған хужаларҙың егәрлелеге ҡапҡа алдынан уҡ күренеп тора. Эргә-тирәлә бер генә сүп әҫәре лә күрмәҫһең, ҡапҡанан эскә үтһәң, иң элек сәскәләр, төрлө уйынсыҡтар менән биҙәлгән балалар майҙансығына тап булаһың. Тәүҙә бында балалар өсөн бәүелгес кенә булһа, уны тулыландырып быйыл ҡом менән уйнау урыны, ағастарҙан төрлө йәнлектәрҙең һындары эшләнгән. Гөләйшә апайҙың тормош иптәше Рифат Солтанбаевтың ағас эшенә оҫталығы ла ошо матурлыҡты тыуҙырыуға ярҙам итә. Өйҙөң икенсе яғында ағас өҫтәл, креслолар менән эшләнгән беседка ла Рифат Абдрафиҡ улының тырышлығы менән булдырылған. Йәйге көндәрҙә еләҫ урында ултырып сәй эсеүҙәре үҙе бер кинәнес.

- Конкурста ҡатнашырға тәҡдим иткәс, ихатаны үҙенсәлеклерәк итеп биҙәргә дәртләнеп тотондом. Минең ниәтемде тормош иптәшем дә хупланы, конкурста урын яулау - берҙәм тырышлыҡ һөҙөмтәһе, - тине Гөләйшә Тимерҡаҙыҡ ҡыҙы.


Һәр эшкә яуаплы ҡарау, уны еренә еткереп үтәү 30 йыл балалар баҡсаһында эшләүсе, уның 20 йылында етәксе вазифаһын башҡарыусы Гөләйшә Тимерҡаҙыҡ ҡыҙының ҡанына һеңгән. Башҡортостандың Мәғариф алдынғыһы, Рәсәй Федерацияһының дөйөм белем биреүҙең маҡтаулы хеҙмәткәре исемдәренә лайыҡ булыуы ла уның эшкә намыҫлы мөнәсәбәтен күрһәтә. Шуға конкурста урын алыуҙары ла ғәжәп түгел. Ауылдың мәҙәни тормошонда ла ҡайнап йәшәй ул. “Әле бына ҡумыҙҙа өйрәтеүсе килә тигәс, үҙемдең дә был музыка ҡоралында уйнарға теләгемде белдерҙем”, - ти Гөләйшә апай. Һәр бер көнөн яңылыҡ менән байытырға ынтыла ул.

- Ғөмүмән, матурлыҡты күрһәм, һөйөнәм. Хәҙер бик күптәр тирә-яғын сәскәгә күмеп йәшәй. Беҙҙең урамда ла һоҡланғыс итеп донъя көтөүсе йәштәр күп. Киләсәктә был конкурста ошо ғаиләләрҙең ҡатнашыуын теләйем, - ти Гөләйшә апай.


Күңеле матур кеше генә гүзәллеккә ынтыла. Гөләйшә Тимерҡаҙыҡ ҡыҙы менән әңгәмәләшкән арала уның рухи яҡтан ни тиклем бай булыуын тойҙоҡ. Ҡалала йәшәүсе ейәндәренең туған телдәрен белеп үҫеүендә лә уның өлөшө ҙур. Уларға башҡортса әкиәттәр һөйләп, шиғырҙар ятлатып телгә һөйөү тәрбиәләй. Яңыраҡ Нур исемле ейәненең башҡортса әкиәт һөйләп Өфөнөң Киров районы балалары араһында беренсе урын яулауы ла өләсәй өсөн ҙур шатлыҡ.



Фото: автор.


Читайте нас: