Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Июль 2018, 02:00

Балыҡ ҡармаҡланы малайҙар

Ишем ауылы балалары "Ҡап балыҡ олоһо һәм кесеһе" ярышында ҡатнаштылар. Ярыш Егән йылғаһы буйында ойошторолдо.

Ишем ауылы балалары "Ҡап балыҡ олоһо һәм кесеһе" ярышында ҡатнаштылар. Ярыш Егән йылғаһы буйында ойошторолдо.


Сәғәт иртәнге ун берҙә балыҡсылар селәү алып ,ҡолға тотоп йылға буйында йыйылды. Ололар балыҡ ҡаптыра башланылар, ә инде бәләкәстәр минең менән йылға буйындағы сүптәрҙе йыйып усаҡҡа яҡтылар. Тәүҙә бәхет Тимур менән Данилға йылмайҙы, ә инде икенсе урынға күскәс балыҡ барыһына ла эләгә башланы.

"Иң оҙон балыҡ" - Собханғолов Рәил, "Иң күп балыҡ тотоусы" - Кәбиров Тимур, ә "Иң бәләкәй балыҡсы" номинацияһында Мөхәмәтйәнов Айнур билдәләнеп, бүләктәр алды. Башҡалар ҙа бүләкһеҙ ҡалманы, хатта көйәрмәндәргә лә өлөш сыҡты.


Аҙаҡ усаҡта бешкән бәрәңге менән тамаҡ ялғап, ҡарбуз менән һыуһын ҡандырып Ильяс бабайҙарының машинаһына тейәлеп өйҙәренә таралыштылар.


Читайте нас: