15 июлдә Йәнырыҫ ауылы мәсетендә балалар араһында Ҡөрьән уҡыу, аҙан әйтеү, сүрәләр ятлау буйынса конкурс ойошторолдо. Ата-әсәләре менән бергә балалар төрлө төбәктәрҙән килгәйнеләр: Ҡазан ҡалаһынан, Йылайыр, Стәрлетамаҡ райондарынан, Ишембайҙан һәм башҡа яҡтарҙан һәләтле балалар бик күпләп йыйылды.