Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Июль 2018, 02:00

ЕРЕБЕҘ - БАРЫБЫҘҒА БЕРӘҮ

Хажы ауылы янындағы хозур яланда республиканың география уҡытыусылары III туристар слетына йыйылды.

Хажы ауылы янындағы хозур яланда республиканың география уҡытыусылары III туристар слетына йыйылды.

Берғамыт һыуы ҡунаҡтарға көс-ҡеүәт бирҙе

2020 йылда Башҡортостанда үтәсәк Бөтә донъя фольклориадаһына арналған сарала 30-ҙан ашыу команда ҡатнашты. Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология, Мәғариф министрлыҡтары, Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе башланғысы менән өсөнсө йыл рәттән ойошторолған йыйын урыны осраҡлы һайланманы. Этҡол ауыл биләмәһенә ҡараған был ерҙәрҙә бер түгел дүрт тәбиғәт ҡомартҡыһы бар. Сылтырап аҡҡан Берғамыт һыуҙары республиканың төрлө тарафтарынан килеүселәргә көс-ҡеүәт бирһә, Ыласын, Хажы, Олимпия мәмерйәләре ғәмәли һынауҙар көнөн сәйәхәттәр менән байытты.


Туристар ҡаласығындағы күргәҙмәләрҙә ошо ике көндә республикабыҙ халыҡтарының мәҙәни мираҫы, үҙенсәлекле фольклор ансамблдәр, тергеҙелгән ҡомартҡылар хаҡында бай мәғлүмәт алып булды. География уҡытыусылары был сарала ысын мәғәнәһендә ер-һыуыбыҙ, рухи мираҫ һаҡсылары булып сығыш яһаны. Уны йәш быуынға еткереү өсөн дә күп нәмә эшләнә.


Йыйынды асыу тантанаһында уҡытыусыларҙы Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе башҡарма директоры Римма Ғәлиева, бүлексә рәйесе кәңәшсеһе Галина Евдищенко, Башҡортостан юлдаш телевидениеһының баш мөхәррире Гүзәл Хәмитова, филология фәндәре докторы, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе, сәсәниә Розалия Солтангәрәева сәләмләне. Розалия Әсфәндиәр ҡыҙының Ер-әсәбеҙгә изге мөрәжәғәт һүҙҙәрен дүрт йөҙләгән кешенең ҡулға-ҡул тотошҡан көйө ҡабатлауы күңелдәргә көслө тәьҫир итте – мәңге йәшәһен Еребеҙ!

Рухлы сара Ишембай ерен яңынан асты

Ишембай районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Гөлфиә Ғүмәрова слетта ҡатнашыусыларҙы ихлас тәбрикләне. Башҡорт нефтен асҡан ҡалабыҙҙың Бөйөк Ватан һуғышы осоронда Еңеүгә индергән өлөшө һәм уның лайыҡлы баһаланыуын да әйтте Гөлфиә Сынтимер ҡыҙы – Ишембай хәҙер Хеҙмәт ҡаһарманлығы һәм даны ҡалаһы исемен йөрөтә. Үҙ сиратында ҡунаҡтар районыбыҙҙың юғары мөмкинлеген, тәбиғәтенең дә, кешеләренең дә матур, һәләтле булыуын билдәләне.

- Еребеҙ – барыбыҙға берәү. Бөгөн, тап бына әлеге мәлдә, Рус география ойошмаһының Башҡортостандағы
Төбәк бүлексәһе рәйесе, күренекле яҙыусы һәм сәйәхәтсе Камил Йыһаншин һәм хеҙмәттәштәребеҙ Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһында төп Кавказ һыртындағы Чегем тарлауығында Мостай Кәрим түбәһен аса. Тулҡынландырғыс ваҡиға. Эргәһендә генә икенсе бейеклек - Ҡабарҙы-Балҡарҙың халыҡ шағиры, яҡын дуҫы Ҡайсын Кулиев исемендәге түбә. Бөйөк шағирыбыҙҙың 100 йыллығына арналған проектты беҙҙең Төбәк бүлексәһе күтәреп сыҡты. Хөкүмәт, Ҡабарҙы-Балҡарҙың йәмәғәт ойошмалары булышлығында уны тормошҡа ашыра алдыҡ, - тип Римма Талха ҡыҙы ойошманың яңы вәкилдәренә ағзалыҡ танытмалары тапшырҙы. - Балаларҙың илһөйәр, ерһөйәр тәрбиәһенә һалған тырышлығығыҙ өсөн барығыҙға ла оло рәхмәт. Төбәк бүлексәһе эше өлгөлө баһалана. Быйыл республикабыҙ Бөтә Рәсәй география диктантында ҡатнашыусылар һаны һәм сифаты буйынса иң ҙур һөҙөмтә күрһәткән.


Слет программаһы буйынса таралышҡан көндө бергәләп Торатауға күтәрелеп, РФ Мәғариф министрлығына тәбиғәт ҡомартҡыһы булған изге тауҙы һаҡлау хаҡында мөрәжәғәт юллау ҙа сараның асылын сағылдырҙы. Бер төркөм командалар Көҙәндә Әхмәтзәки Вәлиди музейы менән дә яҡындан таныша алды.

Баһаның иң ҡиммәтлеһе - беҙҙә

Ишембай командаһы исеменән 19-сы мәктәптән Наталья Серякова, 18-се мәктәптән Наилә Авезова, Тимашевканан Зөлхизә Хамова, Дмитрий Хамов, Васильевка мәктәбенән Ирина Филиппова һәм Маҡарҙан Гөлшат Сабитова сығыш яһаны. Ә слетты ойоштороу эштәрендә Башҡорт кадет корпусының география уҡытыусыһы, районы-быҙҙа рус география ойошмаһы бүлексәһен етәкләүсе Юнир Ғарифуллин тырышты.

- Бөтөн республиканан йыйылған хеҙмәттәштәребеҙ слеттың бай йөкмәткеһен, ойоштороу кимәлен юғары баһаланы. Уҡытыусылар киләһе уҡыу йылына етерлек дәрт, сәм алды, тип уйлайым. Рус география йәмғиәте эше йылдан-йыл көсәйә һәм уның һәр төбәктә, һәр ҡала-райондағы эшмәкәрлеге тә-биғәтебеҙ ҡәҙерен нығыраҡ аңлауға йүнәлтелгән. Рухлы сара күптәргә Ишембай ерен, тәбиғәтен яңыса асты, - тип уртаҡлашты мәғариф бүлеге методисы Рәжәп Ишҡолов.


Туристар слеты еңеүселәре тип Иглин районы командаһы танылды. Икенсе урында – Илеш, өсөнсөлә - Ейәнсура вәкилдәре. Өйгә бирелгән эш буйынса иһә Кушнаренко районы уҡытыусылары беренселекте алды, икенсе урынға – Белорет, өсөнсөгә Баҡалы командалары сыҡты. Сер итеп кенә әйтәбеҙ, Ишембай командаһы ла еңеүсе булырға хаҡлы ине, тик ҡунаҡсыллыҡ үҙенекен итте – районыбыҙ атҡарып сыҡҡан сараға “рухлы, йөкмәткеле” тигән баһа бирелеүе күпкә ҡиммәтерәк.



Фото: автор.


Читайте нас: