Был матур төбәккә Стәрлетамаҡ, Салауат, Ишембай ҡалалары халҡы ял итергә, балыҡ тоторға күпләп килә. Шуныһы күңелде ҡырҙы - быуа эргә-тирәһе сүп-сар менән тулған. Халҡыбыҙ ҡасан тәртипкә өйрәнер икән?! Үҙҙәренең ашаған ҡаҙанына үҙҙәре төкөрәләр бит. Шул быуа буйына ауыл халҡы йылына бер сығып ял итә ала микән? Ә беҙ килгән ҡунаҡтар артынан трактор менән сүп йыябыҙ.