Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Июль 2018, 02:00

Күҙҙәремә бер ҡарауың етә...

Әхмәр ауылынан 50 йыл бергә ғүмер итеүсе Таңһылыу менән Фәрит ФӘРӘРЕТДИНОВТАР биш балаға ғүмер биреп, уларҙы оло тормош юлына сығарған. Бөгөн улар 12 ейән-ейәнсәргә бәхетле олатай менән өләсәй ҙә.

Әхмәр ауылынан 50 йыл бергә ғүмер итеүсе Таңһылыу менән Фәрит ФӘРӘРЕТДИНОВТАР биш балаға ғүмер биреп, уларҙы оло тормош юлына сығарған. Бөгөн улар 12 ейән-ейәнсәргә бәхетле олатай менән өләсәй ҙә.


Өйләнешеүҙәренә ярты быуат ваҡыт үтһә лә, йәшлек мәлдәре кисә генә һымаҡ.


- Фәрит йәштән бик матур итеп гармунда уйнаны, йырланы. Мине бейетеп ҡарап алды. Район буйлап бергәләп концерт ҡуйып йөрөнөк, - ти Таңһылыу апай.


- Ауылда беренсе бейеүсе ине ул, - тип өҫтәп ҡуйҙы Фәрит ағай. - Аллаға шөкөр, үҙебеҙҙе бик бәхетле тип һанайбыҙ. Балаларыбыҙ яҡшы, ҡартлығыбыҙ матур. Донъялар имен торһон, артабан да шундай рәхәт тормошта йәшәйек әле.


Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө айҡанлы ЗАГС бүлегендә уҙғарылған байрам тантанаһында Фәрәретдиновтарға Башҡортостан Республикаһы Башлығының адреслы ҡотлауы һәм бүләге тапшырылды.


Мөхәббәтле ғаиләнән ҡот китмәй
Шулай уҡ ярты быуат оло тормош юлынан бергә атлап килеүсе Ғәрифә менән Ринат Манаевтар ҙа Башҡортостан Республикаһы Башлығының мәртәбәле бүләгенә лайыҡ булды. Уларҙың ғүмер юлы ла йәштәргә өлгө булырлыҡ.
- Өйләнешкәс, ауылда туй өс көн буйы барғайны. Шул ваҡиғанан 50 йыл үткәнен һиҙмәй ҙә ҡалдыҡ, - тип иҫкә алды улар йәшлектәрен. Ринат ағай һөнәре буйынса радиотелемеханик, Ғәрифә апай - тегенсе.
- Донъяны бер яҡҡа тартырға кәрәк. Шул ваҡытта ғына тормош алға барасаҡ, - тине улар.
“Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн” миҙалы менән бүләкләнеүселәр ҙә булды әлеге сарала. Уларҙың береһе - Биксән ауылынан Нәфилә менән Камил Шәриповтар. Камил Бәҙғетдин улы хәҙер инде 20 йылдан ашыу мәктәп директоры вазифаһын яуаплы башҡара, Нәфилә Исламетдин ҡыҙы, балаларға физика-математика фәндәренән белем биреп, әлеге көндә хаҡлы ялда. Хеҙмәттәре менән генә түгел, тормоштары менән дә өлгөлө был ғаилә пары 40 йыл бергә. Уларҙың балалары ла атаәсәһенең юлынан киткән, икеһе лә уҡытыусы һөнәрен һайлаған.
- Йәшәй-йәшәй бер-береңә ҡарата йылы хистәр тәрәнәйә генә бара. Йәш ғаиләләргә теләгебеҙ - татыу булһындар, матур балалар үҫтерһендәр, ейән-ейәнсәрҙәр күреү бәхетен кисерһендәр. Илдең көсө – ныҡлы ғаиләләрҙә, - тип һөйләне Шәриповтар.
Гөлфәйрүз менән Ишбулды Исмәғилевтар ҙа йәшәү бәхетенең асылын балаларҙа күрә. Әлеге көндә ете баланы үҙҙәренең йылы ҡанаты аҫтына алып, матур тәрбиә биреп үҫтерә улар.
- Бөтә сабыйҙар ҙа ғаиләлә хәстәр һәм йылылыҡ тойоп йәшәргә тейеш, уларҙың һәр береһе бәхеткә лайыҡ. Йортобоҙ иркен, киләсәктә тағы ла балалар алырға теләгебеҙ бар, - тине әсәй кеше. Уларҙың береһенән-береһе ҡупшы балалары әлеге сарала ла ҡатнашты, ғаилә башлығы, эштә булыу сәбәпле, байрамға килә алмаған. Ҡыҙҙарының бейеүгә оҫталығы, улдарының спорт яғынан уңыштар ҡаҙаныуы тураһында ла ғорурланып һөйләне бәхетле әсә.

Мәҡәләнең дауамын гәзиттең 55-се һанында (10.07.2018) уҡығыҙ.
Фото: автор.
Читайте нас: