Торатау
+11 °С
Облачно
Ышаныс телефондары
Вк
Телеграм
Макс
Йәмғиәт
9 Июля 2018, 21:00
Верхоторҙа ФАП асылды
«Ауыл территорияларын тотороҡло үҫтереү» федераль маҡсатлы программа сиктәрендә Верхотор ауылында фельдшер-акушерлык пункты асылды.
«Ауыл территорияларын тотороҡло үҫтереү» федераль маҡсатлы программа сиктәрендә Верхотор ауылында фельдшер-акушерлык пункты асылды.
Заманса йыһазландырылған, яҡты, матур, уңайлы медпунктта халыҡҡа тәүге медицина ярҙамы күрһәтеләсәк. Был - районда ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә сафҡа ингән тәүге модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты. Уны яуаплылығы сикләнгән «Нефтегазсервис» йәмғиәте төҙөгән. Медпунктта ҡабул итеү бүлмәһе, процедура һәм прививкалар
эшләү кабинеты, хужалыҡ-көнкүреш бинаһы зауыҡ менән йыһазландырылған. Фельдшер-акушерлыҡ пункты Верхотор, Кузнецовск, Ромадановка ауылдарында йәшәүсе 904 кешене, шул иҫәптән 127 баланы хеҙмәтләндерәсәк.
Фото: Ольга Валитова.
Читайте нас