Республиканың төрлө райондарынан умартасылар ошо хаҡта һөйләй. Белгестәр насар фараздарҙы 30 градуслы эҫе менән аңлата. Әле һаман да бал һарҡытыу эше башланмаған. Бал ҡорттары бөтә көстәрен нектар йыйыуға түгел, ә томра көндәр менән көрәшеүгә сарыф итә. Хәлде һыуыҡ яҙ һәм йәйҙең һуңлап килеүе ҡатмарлаштыра: үҫемлектәр һуң сәскә ата башланы. Шулай ҙа умартасылар өмөттәрен өҙмәй. Эҫе сигенер һәм оҙаҡламай бал һарҡытыу эштәре башланыр, тип ышана.