Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Июль 2018, 02:00

Балаларҙы һаҡлайыҡ

Көндәр йылытыу менән тәҙрә асыу, серекәй, себенгә ҡаршы ҡуйылған селтәрҙәргә таянып балаларҙың ҡолап төшөү осраҡтары йышая.

Сөнки ғүмерҙәрҙе ҡабат ҡайтарып булмай.


Көндәр йылытыу менән тәҙрә асыу, серекәй, себенгә ҡаршы ҡуйылған селтәрҙәргә таянып балаларҙың ҡолап төшөү осраҡтары йышая. Бында өлкәндәрҙең дә ғәйебе ҙур.


Ғәҙәттә, өлкәндәрҙең балаларына иғтибары етмәүҙән ошондай бәхетһеҙлектәр килеп тыуа. Шуға ла ата-әсәйҙәргә кәңәштәр:


Өйҙә бәләкәй бала бар икән, тәҙрәне асыҡ ҡалдырмағыҙ. Сөнки, бер нисә секундҡа ғына иғтибарығыҙҙы икенсе нәмәгә йүнәлтһәгеҙ ҙә, сабыйығыҙҙың тәҙрәгә менеүе ихтимал.


Баланы иғтибарһыҙ ҡалдырмағыҙ. Бигерәк тә, әгәр ул тәҙрә тирәһендә уйнаһа.


Мебелды тәҙрәгә яҡын урынлаштырмағыҙ. Был баланы тәҙрә төбөнә менеүҙән һаҡлар.


Балаларға хәүефһеҙлек тураһында иҫкәртегеҙ, өлкәндәренә бәләкәстәрҙе ҡарап торорға ҡушығыҙ.


Бала үҙ аллы тәҙрәне асмаһын өсөн тәҙрәгә блокираторҙар ҡуйығыҙ.


Иң мөһиме шуны хәтерҙән сығармағыҙ – баланың яңғыҙын ҡалдырып китергә түгел, уны үҙегеҙ менән бергә алғанда күпкә тынысыраҡ та, хәүефһеҙерәк тә. Беҙҙең балалар – беҙҙең яуаплылыҡта икәнлеген онотмағыҙ.




Фото: pixabay.com
Читайте нас: