Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Июль 2018, 02:00

Кино ҡарайбыҙ икән!

“Ишембай” сауҙа-күңел асыу үҙәгендә “Киноград” тип исемләнгән кинотеатр эшләй башланы.

“Ишембай” сауҙа-күңел асыу үҙәгендә “Киноград” тип исемләнгән кинотеатр эшләй башланы.


Кино һөйөүселәрҙең барлыҡ талаптарына яуап бирерлек заманса итеп эшләнгән кинотеатрға инеү үҙе кинәнес. Бында өс зал эшләй. Ике зал 48-әр урынға, ҙур зал 107 урынға тәғәйенләнгән. Ике зал 3D системаһы менән йыһазландырылһа, өсөнсөһөндә фильмдарҙы 2D форматында ҡарарға мөмкин. Заманса ҡорамалдар, сифатлы һүрәт, күркәм креслолар – былар барыһы ла киноһөйөүселәр уңайлығы өсөн эшләнгән. Һәр кемдең зауығына тура килтереп, тәмле итеп ашау мөмкинлеге лә хәстәрләнгән. “Киноград”ты ҡарап йөрөп сыҡҡандан һуң, хәҙер инде ишембайҙар кино ҡарайым тип башҡа ҡалаларға йөрөмәҫ, тигән уй тыуҙы.

Кинотеатрҙы асыу сараһында Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте башлығы Марат Ғайсин да ҡатнашты, унда булдырылған шарттарҙы ҡараны. Һуңғараҡ иһә байрамға килеүселәр өсөн күңел асыу программаһы башланды. Ишембайҙарҙың был ваҡиғаны көтөп алыуы күренеп тора. Кинотеатрҙа алма төшөргә лә урын юҡ ине. Күптәр ғаиләләре менән килгән. Балалар рәхәтләнеп уйындарҙа ҡатнашты, бүләктәр алып ҡыуанды. Тантананы дәртле йырҙар ҙа биҙәне.

Тап йәйге осорҙа, балалар каникулда, студенттар тыуған ҡалаларына ҡайтҡан мәлдә асылыуы менән дә ҡиммәт әлеге ваҡиға.



Фото: автор.

Читайте нас: