- Ошо көндәрҙә генә Совет урамының 42-се йортонда подъездар ремонтын тамамланыҡ. Йортта йәшәүселәр үҙҙәре лә ярҙам итергә тора, - ти Зәлиә Ансарул ҡыҙы. Йортта йәшәүселәр тигәндән, беҙ һөйләшкән арала ғына малярҙарға бер күпме кеше рәхмәт әйтеп китте. Ә 27-се йорттан Дмитрий Васильев үҙендә тотонолмай ҡалған бер нисә төҫлө буяу булыуын, уларҙы балалар майҙансығын биҙәү өсөн бушҡа бирергә әҙер икәнен әйтте. Бына ошондай кешеләр арабыҙҙа күберәк булһын ул: һөнәренән уңғандар, тырыштар, йәмғиәтебеҙ үҫеше үҙебеҙҙән дә тороуын аңлаусылар.