Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Июнь 2018, 02:00

Сабыйҙарҙы шатландырып

Ҡолғона балалар баҡсаһында ремонт эштәре тамамланып килә.

Ҡолғона балалар баҡсаһында ремонт эштәре тамамланып килә.


Район ауылдары урындағы башланғыстарға ярҙам программаһын әүҙем файҙалана. Һөҙөмтәлә социаль учреждениелар төҙөкләндерелә, балалар майҙансыҡтары булдырыла, һыу үткәргестәр ремонтлана һәм башҡа эштәр башҡарыла.
Ошо программа сиктәрендә әлеге көндә Ҡолғона ауылы балалар баҡсаһында ҙур ғына төҙөкләндереү эштәре тамамланып килә. Былтыр улар урындағы башланғыстарға ярҙам программаһында ҡатнашырға теләк белдергәйне, проект йыл аҙағында хупланды. Шуға ла эште башҡарыу быйылға ҡала. Мәктәп менән балалар баҡсаһы ҡушылыу һөҙөмтәһендә, хәҙер ике объект та бер ҡаҙанлыҡтан йылытыласаҡ. Бының өсөн мәктәп ҡаҙанлығына өҫтәмә ҡаҙан ҡуйылған. Быға тиклем мейес менән йылытылған балалар баҡсаһы өсөн был, әлбиттә, ҙур уңайлыҡ. Ул ғына ла түгел, бинала йылытыу системаһы тулыһынса алмаштырылған, пластик тәҙрәләр ҡуйылған.
- Сабыйҙарға матур шарттар тыуҙырыу өсөн халыҡ та, бағыусылар ҙа ихлас ҡушылды. Был программа шуныһы менән дә үҙенсәлекле: кешеләр берҙәм көс менән булдырылған матурлыҡҡа һаҡсыл ҡарай, - ти Ҡолғона ауыл хакимиәте башлығы Наилә Вәлиева.
Хәҙер ауылдың бәләкәстәре баҡсаға атлығып торор. Һуңғы йылдарҙа бында һыу ҙа үткәрелгән, бәҙрәф эскә урынлаштырылған. Быйыл үҙенең 30 йыллығын билдәләйәсәк учреждение өсөн былар яҡшы бүләк.
Ҡолғоналар бының менән генә туҡтап ҡалманы, урындағы башланғыстарға ярҙам программаһында быйыл да ҡатнашты һәм проекттары конкурс аша уңышлы үтте. Был юлы ауылда урам яҡтыртҡыстарын реконструкциялау эше билдәләнгән, улар электр энергияһын аҙ сарыф итә торғандарға алмаштырыласаҡ. Тимәк, быға тиклем ҡараңғы урамдар ҙа тиҙҙән яҡтырып китер. Программала халыҡ та өлөшләтә ҡатнашырға тейеш, шуға аҡса йыйыу башланған. Һөҙөмтәлә август-сентябрь айҙарында эште тулыһынса башҡарып ҡуйырға ниәтләйҙәр.
Ҡолғоналарҙың урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһында ҡатнашыуҙа тәжрибәһе ҙур. 2016 йылда янғын хәүефһеҙлеген хәстәрләп, Яңы һәйет, Иҫке Һәйет, Ҡалыу-Айры ауылдары өсөн мобиль янғын комплекстары алынған. Апрелдән алып октябрь айҙарынаса был комплекстар ауылдың билдәле бер урынында һыу менән тулы ултыра. Уларҙы йөрөтөү өсөн техника ла, яуаплы кеше лә билдәләнгән. Ут сыға ҡалһа, янғынды һүндереүгә ул һәр ваҡыт әҙер тора.
Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһы буйынса башҡарылған эштәрҙе әле бер ауыл Советы миҫалында ғына ҡараныҡ. Быйылға иһә барлыҡ ауыл Советтарының проекттары ла конкурстан уңышлы үтеүе билдәле. Ҡайҙалыр юлдар ремонтланыр, мәҙәниәт йорттарына, һыу селтәрҙәренә капиталь ремонт үткәрелер һәм башҡа саралар күрелер.
Читайте нас: