Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Июнь 2018, 02:00

Олатай-өләсәй бәхете

Үҙе бер ғүмер тип, тап ошондай мәлдәрҙе әйтәләрҙер ул... Ейәндәр олатаһы, өләсәһе менән бергә бесән эшләй. Ҡарап тороуы күңелле, рәхәт.

Үҙе бер ғүмер тип, тап ошондай мәлдәрҙе әйтәләрҙер ул... Ейәндәр олатаһы, өләсәһе менән бергә бесән эшләй. Ҡарап тороуы күңелле, рәхәт. Тәрбиә нигеҙе, быуындар бәйләнеше, тыуған ауыл, атай-әсәй йортокеүек мәңгелек ҡиммәттәр хаҡында уйландыра был ябай фото.


Маҡарҙа тыуып үҫеп, 50 йылдан ашыу бергә тормош көткән күркәм ғаиләнең - Сәүиә апай менән Риф ағай АБДУЛЛИНДАРҙың ейәндәре, бүләләре хәҙер ҡул аҫтына кереп, ярҙамға эшкингән. Дүрт бала үҫтереп, һәр береһенә юғары белем, төплө тәрбиә биргән олпат пар бөгөн ейән-дәренә таяныс.


- Ауылға ашҡынып тороуҙары үҙе бәхет, эшкә өйрәнеп үҫәләр, туған телдә рәхәтләнеп һөйләшәләр, шуға бик ҡыуанабыҙ. Ата-әсә дауамы – балаларҙа, ун ейән-ейәнсәребеҙ бар, бәхетле, тәүфиҡлы булһындар тип теләп

торабыҙ, - ти бала күңеленә тәрбиә үҙ өлгөңдә, эш араһындаһеңеүен аңлаған Риф ағай.


З. ТАҺИРОВА фотоһы.


Читайте нас: